Республикала бөтә медицина округтарында тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙарҙа һәм амбулатор-поликлиника шарттарында медицина реабилитацияһы үткәрелә. Пациенттарҙы ҡабул итеү Рәсәй оборона министрлығы госпитале (хәрби-табип экспертизаһы үҙәге), республиканың медицина ойошмалары аша йәки яугирҙың үҙе мөрәжәғәт итеүе буйынса бара.
Махсус хәрби операция башланғандан алып госпиталдә бөтәһе 5,5 мең, стационарҙа 2,5 мең кеше дауаланған, 1,5 меңдән ашыу кеше реабилитация үткән.
Әйткәндәй, 2025 йылда Өфө госпиталенең «МХО-ла ҡатнашыусыларҙың нейрореабилитация һәм когнитив һаулыҡ» проекты стратегик башланғыстар агентлығының «Яңы заман өсөн көслө идеялар» иң яҡшы 5 федераль практикаһы исемлегенә ингән.
Бынан тыш, республика клиник психотерапия үҙәге базаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын психологик реабилитациялау үҙәге асылды. Бында 450-гә яҡын кеше һәм уларҙың туғандары реабилитация үткән.