Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март , 09:05

Инвестициялар күләме ете йылда 77 процентҡа артҡан

Үҫеш темптары дөйөм рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ (37,5%). #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Инвестициялар күләме ете йылда 77 процентҡа артҡан
Инвестициялар күләме ете йылда 77 процентҡа артҡан

Республикала инвестицияларҙың үҫеш темптары Волга буйы федераль округындағы күрһәткестәрҙән дә юғарыраҡ, унда үҫеш 38,6 процент тәшкил иткән.

Ете йыл эсендә инвестициялар үҫеше темптары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, Рәсәйҙә 12-се урынды биләй.

2025 йылда республика төп капиталға инвестициялар күләме буйынса рекордлы күрһәткес 853 миллиард һум тәшкил иткән, 2024 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, рәсәйҙә инвестиция әүҙемлеге — 2,3 процентҡа, Волга буйы федераль округында 1,8 процентҡа кәмегән. Округтағы 14 төбәктең алтыһында ғына үҫеш теркәлгән. Башҡортостанда шәхси инвестициялар бер йылда 5 процентҡа тиерлек артҡан.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас