Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март , 17:35

Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә

Республика «Рәсәй төбәктәренең инвестиция сәйәсәте: төп тенденциялар һәм күҙаллауҙар» докладында Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәгенең инвестициялар буйынса алдынғы төбәктәре иҫәбендә дүртенсе урынды яуланы.

Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция  рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә
Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге баһалауынса, 2025 йылда Башҡортостан инвестиция курсының тотороҡлолоғон һәм капитал ағымын һаҡлап ҡала алды.

Төбәктең позицияһы ошо аҙнала БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә телгә алынған һандар менән дә раҫлана. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестиция күләме 852,6 миллиард һум – элгәре йылға ҡарата 101,7 процент тәшкил иткән.

«Инвестициялар артымын өсләтә – 267 миллиард һумдан 852 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ. Һәм был һуңғы күрһәткес түгел», - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге докладында шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция шарттары буйынса милли рейтингында Башҡортостандың икенсе йыл рәттән өсөнсө урын биләүе тураһында хәбәр ителә. Һуңғы 5-6 йылда республикала капитал йәлеп итеү темпы Рәсәй кимәлендә уртаса күрһәткестәрҙән икеләтә юғарыраҡ.

Төбәк индустриаль парктар һәм сәнәғәт кластерҙары һаны йәһәтенән дә алдынғылыҡты биләй, ә «Алға» махсус иҡтисади зонаһы инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса милли рейтингта өсөнсө урында. Маҡсатҡа ярашлы идара итеү һәм асыҡтан-асыҡ тормошҡа ашырылған ярҙам саралары һөҙөмтәһендә Башҡортостан инвесторҙар өсөн асыҡ төбәк булараҡ абруй яуланы.

Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция  рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә
Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция  рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә
Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция  рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә
Башҡортостан Рәсәйҙең инвестиция рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбендә
Автор:
Читайте нас