Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында вице-премьер —ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Быйыл агротуризмға булышлыҡ итеү формаһы киңәйтелә. Хәҙер был өлкәлә бизнес өсөн гранттар менән бер рәттән биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, туристик ҡорамалдар, инвентарь һатып алыуға һәм монтажлауға субсидиялар ҡаралған.
2022 йылдан 2025 йылға тиклем Федераль ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанда агротуризм өлкәһендә 13 проектты хуплаған, был маҡсатҡа 95 миллион һум бүлгән. Киләһе өс йылда федераль ҡаҙнанан республиканың тағы ла биш проекты аҡса аласаҡ.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы министрлығына Транспорт министрлығы менән бергә юл инфраструктураһын яҡшыртыуға мохтаж агротуристик объекттар исемлеген яңыртырға һәм уларға юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Агротуризмды үҫтереүгә 10 миллион һумға тиклем гранттар бүленә, проект инициаторының үҙ аҡсаһы дәүләт ярҙамы күләменә ҡарап, уның хаҡының 10-25 процентын тәшкил итә. Аҡсаны ауыл ерендә бер йылдан ашыу эшләгән «бәләкәй предприятие» йәки «микропредприятие» категориялы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре алыуы мөмкин. Грантты төҙөлөшкә, объекттарын йәки күңел асыу инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә, модернизациялауға йәки реконструкциялауға, уларҙы селтәрҙәргә тоташтырыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин.
«Агротуризм» субсидияһы 5 миллион һумға тиклем бүленә, әммә проектҡа яҡын территорияларҙы төҙөкләндереүгә, шулай уҡ туристик ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алыуға, монтажлауға сығымдарҙың 50 процентынан артмаҫҡа тейеш.