

Предприятиеның генераль директоры Руслан Баһауетдинов хәбәр итеүенсә, производство комплексын төҙөү 2023 йылда башланған. 2024 йылдан коллектив сит ил етештергән газ турбиналы двигателдәрен ремонтлай башлай.
Баштан уҡ заводты үҫтереү буйынса пландар республика ярҙамында тормошҡа ашырыла. 2023 йылдың октябрендә төбәк инвестиция комитеты ултырышында уның 9,1 миллиард һумдан ашыу булған инвестиция проекты өҫтөнлөклө статусы ала.
– Былтыр беҙ ватан турбина двигателдәрен йыйыуға, деталдәрен етештереү өсөн ҡойоу корпусын төҙөүгә документтар әҙерләй башланыҡ. Предприятиела бөтәһе 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләйәсәк. Әлегә 117 кешене эшкә урынлаштырҙыҡ, эшсе һөнәрҙәр белгестәрен ҡабул итеүҙе дауам итәбеҙ. Персоналдың уртаса айлыҡ эш хаҡы 141 мең һум тәшкил итә, - тип хәбәр итте Руслан Баһауетдинов.
Тиҙҙән лаборатория комплексын булдырыу һәм етештереү ҡеүәттәрен арттырыу планлаштырыла. Завод етештергән газ турбиналы двигателдәрен поставкалау 2027-2028 йылдарға планлаштырыла.