Иҡтисад
9 Апреля , 05:25

Тиҙ йөрөшлө электричкалар ике ҡаланы тоташтыра

Өфөнән Һамарға тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы ебәреләсәк. Тәүге рейс 8 майҙа юллана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Тиҙ йөрөшлө электричкалар ике ҡаланы тоташтыраТиҙ йөрөшлө электричкалар ике ҡаланы тоташтыра
Тиҙ йөрөшлө электричкалар ике ҡаланы тоташтыра

Маршрутты 490 урынға иҫәпләнгән алты вагоны булған «Ласточка» поездары хеҙмәтләндерәсәк. Состав аҙнаһына өс тапҡыр Һамарҙан — йома, шәмбе һәм йәкшәмбе, Өфөнән ике тапҡыр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөйәсәк. Һамарҙан поезд 16:30 сәғәттә, Өфөнән 04:50 сәғәттә ҡуҙғала. Юл ваҡыты яҡынса 6,5 сәғәт тәшкил итәсәк.

Юлда Кинель, Новоотрадная, Похвистнево, Боғорослан, Абдулла, Приют, Аксаков, Раевка, Дим туҡталыштары ҡаралған.

Тулы билет хаҡы бер яҡҡа 1599 һум тәшкил итәсәк, уҡыусылар һәм студенттар өсөн — 871 һум. Йәйге осорҙа төркөм заявкалары өсөн ташламалар ҡаралған.

Проект ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү стратегияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бынан алда тиҙ йөрөшлө поездар Өфөнө көньяҡ, көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрендә Ырымбур, Бәләбәй һәм Белорет менән тоташтырғайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас