Иҡтисад
16 Апреля , 03:53

Башҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушыла

Башҡортостанда етенсе тапҡыр уҙғарылған һәм 13 майға тиклем дауам итәсәк «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылаБашҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушыла
Башҡортостан халҡы “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушыла

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.

Быйыл сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулыуға һәм совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлегенә арнала. Шулай уҡ акция сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү дауам ителәсәк.

Республиканың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алла Аникина хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә 600 гектар самаһы майҙанда 208 урман участкаһы әҙерләнгән, унда 2 миллионға яҡын яңы ағас ултыртыу күҙаллана.

2026 йылда акцияның төп майҙансығы Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендәге биләмәлә буласаҡ. 25 апрелдә бында Геройҙар урманына нигеҙ һалынасаҡ һәм 8 меңдән ашыу ҡарағай, йүкә һәм башҡа төр ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ.

- «Хәтер баҡсаһы» рәсми сайтында акцияның онлайн – картаһы урынлаштырылған, унда республикабыҙ буйынса үтәсәк акция нөктәләре билдәләнде, - тип һөйләй Алла Аникина. - Шулай уҡ сараларҙың датаһы һәм ваҡыты, ағас тоҡомдары, координаторҙарҙың бәйләнеше күрһәтелгән. Шуныһы мөһим, был миҙгелдә тәүге тапҡыр акция картаһында махсус билдә менән МХО зонаһында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ултыртылған ағастарҙы билдәләргә мөмкин.

Министр вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ 2026 йылда Башҡортостанда 14 мең гектар самаһы майҙанда урман тергеҙеү эштәре үткәрергә планлаштырыуҙары хаҡында хәбәр итте. Был ҡырҡылған урман майҙанынан 1,5 мең гектарға күберәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас