

Өфөнөң «АТМ» компанияһына Иглин районында 28,9 мең квадрат метр ҙурлыҡта участка бүленгән. Предприятие һалҡын асфальт етештереүсе завод төҙөргә йыйына. «АТМ» ЯСЙ-ы күмәртәләп сауҙа итеү менән шөғөлләнә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса уның килеме 62 млн, ә саф табышы 6,9 млн һум тәшкил иткән.
73,5 мең квадрат метр майҙанлы икенсе участка «СОЦСТРОЙИНВЕСТ” компанияһына бирелә. Предприятие Өфө районының Михайловка ауыл советы биләмәһендә күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөргә йыйына. Инвестор мәғлүмәттәре буйынса, логистик комплекстың майҙаны 26 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Ул продукцияны һаҡлау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнә. Предприятиела 40-ҡа яҡын кешегә эш урыны булдырыла.
Өсөнсө участканы — Ҡырмыҫҡалы районында-урындағы «Баштехстрой» ЯСЙ-на биреү планлаштырыла. Компания Кабаково ауылында көнкүреш хеҙмәтләндереү үҙәге төҙөргә ниәтләй.
«Баштехстрой» компанияһы 2022 йылда теркәлгән һәм төҙөлөш материалдары менән күмәртәләп сауҙа итеү менән шөғөлләнә.