

"Башҡортостанда электр энергияһы башлыса йылылыҡ электр станцияларында етештерелә, уларҙың өлөшөнә генерация ҡеүәтенең 94 проценттан ашыуы тура килә. 2025 йылда улар етештергән электр энергияһы күләме 28,21 млрд кВт*сәғ тәшкил итте», — ти БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов.
Республикала бөтәһе 36 электр станцияһы эшләй. Уларҙың дөйөм ҡеүәте 5,6 гигаватт. Шуларҙың, егерме бере йылылыҡ электр станциялары (ТЭЦ), дүртәүһе гидроэлектростанция, уны ҡояш һәм бер ел электр станцияһы.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республиканың энергия системаһы — илдә ҙур һәм ышаныслы эшләүселәрҙең береһе.
"Биш йыл эсендә электр энергияһы етештереү күләме — 5,8 процентҡа, ә ҡулланыу 4,6 процентҡа артҡан. Электр станцияларының билдәләнгән ҡеүәте буйынса республика Волга буйында федераль округында бишенсе урында тора», — ти Андрей Назаров.