Иҡтисад
29 Апреля , 11:41

Башҡортостан дуҫ илдәр менән бәйләнеште үҫтерә

2025 йылда сит ил инвесторҙары Башҡортостан иҡтисадына 7 миллион доллар һалған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан дуҫ илдәр менән бәйләнеште үҫтерәБашҡортостан дуҫ илдәр менән бәйләнеште үҫтерә
Башҡортостан дуҫ илдәр менән бәйләнеште үҫтерә

Был хаҡта ведомство коллегияһы ултырышында республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр иткән.

"Башҡортостан Ҡытай, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә илдәре менән әүҙем эш алып бара», - тигән М.Болычева. Башҡортостан компаниялары республика вәкиллектәре булған илдәрҙә ун берлектәге проектты алып бара. Улар Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластерын һәм Ташкент эргәһендәге «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркын булдырыуҙа ҡатнаша.

Башҡортостан Хөкүмәте башлығы Андрей Назаров, геосәйәси турбулентлыҡ һәм донъя иҡтисадының үҫеше туҡтаған ваҡытта Башҡортостан иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлай һәм дуҫ илдәр менән бәйләнештәрҙе үҫтерә, тип белдерҙе.

"Тышҡы иҡтисади бәйләнеш өлкәһендә беҙ бер нисә йүнәлеш буйынса үҙ позицияларыбыҙҙы нығыттыҡ. Беренсеһе - дуҫ дәүләттәргә йүнәлеш алдыҡ. Бөгөн Башҡортостан донъяның 114 иле менән үҙ мөнәсәбәттәрен һаҡлай. Икенсеһе — төбәк-ара һәм дәүләт-ара үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерәбеҙ», - тигән Андрей Назаров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас