

Һүҙ бер триллион һум самаһы сумма хаҡында бара. Төбәктәргә был аҡсаны инвестиция һәм башҡа мөһим маҡсаттарға йүнәлтеү шарты менән 2030 йылға тиклем ҡаплау күсерелә.
– Быйыл был 100 миллиард һум самаһы. Әммә күп төбәктәр өсөн бындай йөкләмә лә ярайһы уҡ юғары. “Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәктәрҙең бюджет кредиттары буйынса бурыстарын ҡаплауҙы ағымдағы 2026 йылдан һуңғараҡҡа күсереү инициативаһы менән сыҡты. Әйҙәгеҙ, шулай эшләйек, - тип белдерҙе Владимир Путин.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы секретары Владимир Якушев билдәләүенсә, дәүләт Башлығы Хөкүмәткә, депутаттарға һәм сенаторҙарға «Берҙәм Рәсәй» ҙең төбәктәрҙең бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙы ҡаплау ваҡытын 2026 йылдан 2030 йылға тиклем күсереү тураһындағы башланғысын ҡануни яҡтан тәьмин итергә ҡушты. Ҡатмарлы ваҡытта был төбәк бюджеттары өсөн бик мөһим ярҙам. Был аҡсаны социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк.
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бюджет кредиттары күп субъекттар өсөн етди йөкләмә булыуын һөйләне. Яңы ҡарар төбәктәргә иркенерәк тын алырға һәм ресурстарҙы кәрәкле урынға йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк. 100 миллиард һум самаһы аҡса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Тимәк яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға, төҙөкләндереүгә китәсәк.