Иҡтисад
18 Мая , 11:54

ОПК хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға аҡса бүленә

Башҡортостандың оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына 2026 йылда 166,3 миллион һум субсидия бүлеү планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

ОПК хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға аҡса бүленәОПК хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға аҡса бүленә
ОПК хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға аҡса бүленә

      Аҡса хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға йүнәлтелә, тиелә республика хөкүмәте раҫлаған 2026 йылға өҫтөнлөклө бурыстар исемлегендә.

Субсидиялар оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларының 2,8 мең хеҙмәткәре өсөн бүленәсәк. Шулай итеп, бюджеттан бер кешене уҡытыуға 59 мең һумдан ашыу аҡса биреләсәк.

Быйыл республика Хөкүмәте «Оҙайлы һәм әүҙем тормош», «Ғаилә», «Кадрҙар» һ.б. милли проекттарға ярашлы өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйҙы. Шулар араһында оборона предприятиеларын субсидиялау кадрҙарҙы үҫтереү йүнәлешенә ҡарай.

Шулай уҡ был йүнәлештә төп эшсе һөнәрҙәрҙең беренсе разрядлы тариф ставкалары күләмен 6,3 процентҡа арттырыу һәм иҡтисадтың реаль секторы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау планлаштырыла. Йыл йомғаҡтары буйынса предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 84,7 мең һумға етергә тейеш.

Бынан тыш, республикала рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү планлаштырыла. Рәсми хеҙмәт мөнәсәбәттәрен йыл дауамында кәмендә 31 мең хеҙмәткәр рәсмиләштерергә тейеш, тип күрһәтелгән документта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас