Иҡтисад
4 Июня , 09:29

Башҡортостан тәүге ун төбәк иҫәбендә

Башҡортостан 2025 йылда Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөгән дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү кимәле буйынса төбәктәр рейтингында һигеҙенсе урынды биләне. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан тәүге ун төбәк иҫәбендәБашҡортостан тәүге ун төбәк иҫәбендә
Башҡортостан тәүге ун төбәк иҫәбендә

Бер йыл элек республика 16-сы баҫҡыста ине.

Рейтингтаүткән йылда дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу динамикаһы, 2025 йылға тиклем бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тупланған тәжрибә һәм норматив-институциональ мөхит торошо иҫәпкә алынған.

Башҡортостан тупланған тәжрибәне баһалау буйынса тәүге унау иҫәбенә инде һәм төбәктәр араһында унынсы урынды биләне. Норматив-институциональ мөхит торошо буйынса республика беренсе урында — был йүнәлештә власть органдарының эше, шул иҫәптән уларҙың инвесторҙар өсөн асыҡ булыуы, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарына консультация һәм финанс ярҙамы күрһәтергә әҙерлеге баһаланды.

Рейтингты Мәскәү етәкләй, икенсе урында-Пермь крайы, өсө Хабаровск крайы килә. Топ-10 төбәккә шулай уҡ Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан, Краснодар крайы, Башҡортостан, Төмән өлкәһе һәм Саха республикаһы ингән.

Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда Рәсәйҙә 341 яңы килешеү төҙөлгән, был 2024 йылға ҡарағанда 60-ҡа күберәк. Улар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 805 миллиард һум тәшкил итә, шуларҙың 660 миллиарды — шәхси инвестициялар. Былтыр илдә бындай килешеүҙәрҙең төп күләме торлаҡ-коммуналь хужлыҡ, транспорт һәм социаль өлкәләргә тура килгән.

1 майға илдә 79 триллион һумға бөтәһе 4,6 мең килешеү төҙөлгән, уларҙың 1 меңдән ашыуы уңышлы тамамланған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас