Иҡтисад
4 Июня , 03:20

Ике инвестиция проектына ер бүленә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн «Статус Уфа» һәм «Биотех Тугузлы» компанияларына сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкалары бүлергә ҡушты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ике инвестиция проектына ер бүленәИке инвестиция проектына ер бүленә
Ике инвестиция проектына ер бүленә

 Төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы инвесторҙар менән ерҙе ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш.

«Биотех Тугузлы» компанияһына үҫемлекселек өсөн Ҡыйғы районының Арыҫлан, Йыланлы һәм Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәләренән алты участка ҡуртымға биреләсәк. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 775,2 гектар тәшкил  итә. Участкаларҙы файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән төрө, ауыл хужалығы культураларын үҫтереү. Планлаштырылған инвестициялар күләме 679,5 миллион һумға баһалана.

Ауырғазы районының Талбазы ауылында 0,24 гектар участканы «Статус Уфа» компанияһы ҡуртымға аласаҡ. Инвестор бында «Ихлас» күп функциялы үҙәген төҙөйәсәк. Ерҙе файҙаланыуҙың рөхсәт ителгән төрҙәре магазиндар һәм дөйөм туҡланыу. Компания үҙенең проектын 2026 йылдың ғинуарында «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим итә, уның хаҡы 50 миллион һумға баһалана. Комплекс майҙаны яҡынса 1 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, унда кафе, икмәкхана, сауҙа рәттәре, дарыухана һәм балалар майҙансығы урынлашасаҡ. 15 эш урыны булдырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас