

«Технониколь» корпорацияһы ҡыйыҡ, гидро- һәм йылылыҡ изоляцияһы, юл төҙөлөшө һәм сәнәғәт өсөн материалдар сығарыуҙа махсуслаша. Башҡортостанда компанияның бер нисә етештереү майҙансығы эшләй.
Осрашыуҙа корпорацияның төбәктәге инвестиция проекттары тикшерелде. Шуларҙың береһе – керамик гранулдар эшләү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың февралендә республика Башлығы ҡатнашлығында Учалыла яңы производство цехы асылды.
Сергей Колесников, республика яғынан ярҙам күләмле инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға һәм талап ителгән продукция сығарыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә, тип белдерҙе.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров ағымдағы иҡтисади шарттарҙа республикала эшләүсе предприятиеларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бизнеста ябай ҡағиҙә бар – уңышҡа өлгәшкәндән һуң алға барырға кәрәк. Предприятиены үҫешкә ниндәй идара итеү механизмдары этәрә алыуын яҡшы аңлайым, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең төп бурыс – бизнес менән власть араһында ышанысты нығытыу. Һәм мин, эшҡыуарҙар беҙгә ҡарата ошондай мөнәсәбәттә, тип һанайым.