

Предприятие «Күмертау» йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булып тора һәм «Роснефть», «Газпром» һәм яғыулыҡ-энергетика комплексының башҡа компаниялары структуралары өсөн цистерналар һәм башҡа резервуар ҡорамалдары сығара.
Предприятиены модернизациялауҙың беренсе этабын 2022 йылдың майында «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә хуплайҙар. Инициатива республика булышлығында тормошҡа ашырыла. Заводты үҫтереүгә 2,1 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән.
Икенсе сират ҡеүәттәрҙе артабан реконструкциялауҙы күҙ уңында тота, был цистерналар һәм резервуарҙар сығарыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проект шулай уҡ 2024 йылдың ғинуарында «Инвестиция сәғәте»ндә хуплана. Уға тағы ла 2,4 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеп, 2028 йылда тамамларға планлаштыралар. «ОЙЛТИММАШ» заводында 440 кеше эшләй.