

Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Константин Климин хәбәр итте.
«Башҡортостан продукты» проекты төбәктең 907 предприятиеһын берләштерә. 2025 йылда 104 етештереүсе дипломант статусын ала, тағы ла 4,5 мең тауар төргәгенә был логотипты урынлаштырырға мөмкин.
- Башҡортостан продукцияһы ҙур һорау менән файҙаланыла. «Башҡортостан продукты» бренды республикала һәм унан ситтә танылған сифат билдәһенә әүерелә, – тине Константин Климин.
Проект дипломанттарының ҡаҙаныштары айырым иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, умартасы Григорий Куляшов Һаҡлыҡ банкының «Яратҡан бәләкәй бизнес» премияһы еңеүсеһе һәм «Маркетплейстарҙа сауҙа» категорияһында илдең топ-100 эшҡыуары иҫәбенә ингән. Ә Раевкалағы «Альшей-Мясо» ит комбинаты Екатеринбургта үткән XXV ит һәм балыҡ продукцияһы фестивалендә I дәрәжә диплом яулаған.
Төргәктә «Башҡортостан продукты» билдәһенең булыуы тауарҙың республикала етештерелгән сеймалдан эшләнгәнен, ә продукцияның сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен күрһәтә. Проектҡа ҡатнашыуға һәм маркировкалау хоҡуғын алыу өсөн ғариза бирергә кәрәк. Унда төбәк етештереүселәренең ҡатнашыуы бушлай.