Иҡтисад
30 Июня , 10:06

Махсус иҡтисади зона планлы үҫешә

30 июндә Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлөшөнә старт биреү тантанаһында ҡатнашты. Предприятиела республиканың төҙөлөш тармағы өсөн бетон һәм ҡоро ҡатнашмалар сығарыласаҡ.

Махсус иҡтисади зона планлы үҫешәМахсус иҡтисади зона планлы үҫешә
Махсус иҡтисади зона планлы үҫешә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы проекты 2025 йылдың октябрендә "Инвестиция сәғәте" кәңәшмәһендә хупланды. Ул йылына 400 мең кубометр газ-бетон етештереү ҡеүәтенә эйә юғары технологиялы производство булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бында 85 эш урыны булдырып, башланғысты тормошҡа ашырыуға 3,7 миллиард һум йүнәлтергә планлаштыралар. 2025 йылдың ноябрендә «ЭкоПромСтрой-Алга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары иҫәбенә инде.

Төбәк етәксеһе буласаҡ предприятие майҙансығын ҡараны һәм проект инициаторҙарын төҙөлөш башланыуы менән ҡотланы.

– Бөгөн республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Беҙ бик кәрәкле производствоға нигеҙ һалыуға старт бирәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ябай булмаған шарттарҙа Башҡортостан иҡтисадының инвестициялар өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡалыуы ҡыуандыра. Беҙ ике тапҡыр Рәсәйҙең иң йылдам үҫешкән махсус иҡтисади зонаһы тип танылған «Алға» резиденттарының уңайлы эшмәкәрлеге өсөн бөтә шарттар ҙа булдырҙыҡ. «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһына республикабыҙҙа эшләү тураһындағы ҡарары өсөн рәхмәт белдерәм. Киләһе йылда уҡ яңы предприятие төҙөүселәребеҙ өсөн үҙенең тәүге продукцияһын тәҡдим итер, тип ышанам.

«ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы директоры Азат Шәмсуаров үҙ сиратында Башҡортостандың идара итеү командаһына проектҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:
Читайте нас