

Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа юғарыраҡ. Волга буйы федераль округында республика сыр етештереү күләме буйынса өсөнсө урынды биләй.
Аналитиктар шулай уҡ Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең сыр сорттарына ниндәйенә өҫтөнлөк биреүен дә билдәләне. Иң популяр булып фета тора, унан һуң бри һәм камамбер килә.
Башҡортостанда үҙебеҙҙә етештерелгән сырҙарға ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артҡан. Мәҫәлән, бер йыл эсендә уларға һорау 30 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта голланд сырҙары популярлығын юғалта бара, уларҙы һатып алыусылар 17 процентҡа кәмегән.