Иҡтисад
9 Июля , 02:50

Түләүле хеҙмәттәр баҙары үҫешә

Башҡортостанда халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме йылдан-йыл арта.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Түләүле хеҙмәттәр баҙары үҫешәТүләүле хеҙмәттәр баҙары үҫешә
Түләүле хеҙмәттәр баҙары үҫешә

Ағымдағы йылдың тәүге биш айында был күрһәткес 212 миллиард һумға еткән, был уҙған йылдың шул уҡ осорона ҡарағанда 3,3 процентҡа күберәк. Май айында, апрель менән сағыштырғанда, хеҙмәттәр баҙары 7,1 процентҡа кәмеһә лә, уҙған йылдың майына ҡарата 4,3 процентҡа үҫеш күҙәтелә.
Волга буйы федераль округында ла ыңғай динамика күҙәтелә. Ғинуар-май айҙарында халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме 1,4 триллион һум тәшкил иткән, был 2025 йылдың шул уҡ осорона ҡарағанда 3,8 процентҡа күберәк. Май айындағы күрһәткестәр апрель айына ҡарағанда 4,6 процентҡа түбәнерәк булһа ла, уҙған йылдың майына ҡарата 3,3 процентҡа юғарыраҡ.
Волга буйы федераль округында түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса Татарстан (260,9 миллиард һум), Башҡортостан һәм Түбәнге Новгород өлкәһе (166,7 миллиард һум) алдынғы урындарҙы биләй. Бер йыл эсендә түләүле хеҙмәттәр баҙарының үҫеше округтың бөтә төбәктәрендә лә билдәләнгән. Иң юғары үҫеш Ырымбур өлкәһендә (+7,2%), Мари республикаһында (+7,1%), Мордовияла һәм Пенза өлкәһендә (5,9%) күҙәтелгән.
Дөйөм алғанда, ил буйынса халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр баҙары ғинуар-май айҙарында 9,1 триллион һум тәшкил иткән, былтырғы шул уҡ осорға ҡарата 2,7 процентҡа күберәк. Май айындағы күрһәткестәр апрель айына ҡарағанда 3,1 процентҡа түбәнерәк булһа ла, уҙған йылдың апреленә ҡарағанда 2 процентҡа юғарыраҡ булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас