

Был статус инвесторға үҙенең бизнес-проектын уңышлы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Предприятие һығылмалы пенополиуретан етештереү менән шөғөлләнәсәк. Был материал мебель сәнәғәтендә, матрастар, төрлө көнкүреш тауарҙары һәм төрөү материалдары әҙерләүҙә киң ҡулланыла. Инвесторҙар производствоны 2026 йыл аҙағына саҡлы асырға планлаштыра.
Проекттың төп күрһәткестәре:
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, республика өсөн инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу — төп бурыстарҙың береһе. Властар проектты башланыу мәленән алып, ул тулы көсөнә эшләп киткәнсе оҙатып барасаҡ.
Был яңылыҡ Белорет өсөн генә түгел, төбәктең сәнәғәт потенциалы өсөн дә мөһим аҙым булып тора.