

Был күрһәткес төбәк властарының эш һөҙөмтәлелеген баһалаусы төп критерийҙарҙың береһе булып тора.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр тышҡы сауҙа күләме 3,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Тимәк, алдағы ике йылда иҡтисади әүҙемлекте ике тапҡырға арттырырға кәрәк. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында күрһәткестәр 1 миллиард доллар тирәһе тип баһаланһа, йыл аҙағына уның 1,5 миллиардҡа етеүе көтөлә. Киләсәккә пландар ҙа ышаныслы: 2027 йылда — 7,7 миллиард, ә 2028 йылда 7,8 миллиард долларлыҡ сауҙа әйләнеше күҙаллана.
Экспорт йүнәлешендә лә үҫеш һиҙелерлек булырға тейеш. Сеймал булмаған һәм энергетик булмаған тауарҙарҙы сит илгә сығарыу күләмен 2026 йылда 2,2 миллиард долларға, ә 2028 йылға 2,8 миллиард долларға тиклем еткереү планлаштырыла.
Был маҡсаттарға ирешеүҙең төп шарты — халыҡ-ара баҙарға сығыусы компаниялар һанын арттырыу. Әгәр бөгөн сит илгә тауар оҙатыусылар һаны 1450 тирәһе булһа, 2027 йылда уларҙың һанын 1500-гә, ә 2028 йылда 1550-гә тиклем еткереү бурысы тора. Ошо аҙымдар республика иҡтисадын яңы кимәлгә сығарырға һәм экспорт потенциалын нығытырға ярҙам итер тип көтөлә.