

Был күрһәткес йыл башы менән сағыштырғанда 10,4 процентҡа күберәк.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, был һандың күпселеген (352,2 мең) физик шәхестәр тәшкил итә, ә 27,3 меңе — шәхси эшҡыуарҙар. Әгәр үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырһаҡ, республикала үҙмәшғүлдәр 25,2 процентҡа артҡан.
Волга буйы федераль округында ла ошондай уҡ ыңғай тенденция күҙәтелә. Округ буйынса үҙмәшғүлдәр һаны 2,9 миллионға еткән. Был йәһәттән Башҡортостан округта өсөнсө урында тора. Беҙҙең төбәкте тик Татарстан (485,2 мең) һәм Һамар өлкәһе (385,3 мең) генә уҙып китә.
Дөйөм Рәсәй күләмендә лә хәлдәр оҡшаш: илебеҙҙә бөтәһе 16,9 миллион кеше үҙмәшғүл статусында эшләй. Йыл башынан алып был һан илдә 9,5 процентҡа, ә бер йыл эсендә 22,4 процентҡа күбәйгән. Был күрһәткестәр кешеләрҙең үҙ эшен асыуға һәм законлы рәүештә килем алыуға ҡыҙыҡһыныуы артыуын раҫлай.