

Владимир Путин йөк ташыу документтарын рәсмиләштереүҙе заманса талаптарға яраҡлаштырырға ҡушты. Төп маҡсат — эшҡыуарҙарға һәм водителдәргә документтарҙы тултырыу ысулын үҙҙәренә уңайлы итеп һайларға мөмкинлек биреү.
Хәҙер Хөкүмәткә һәм Дәүләт Думаһына был йүнәлештә законға тейешле төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Эштең төп йүнәлеше — бөтә ташыу процесын электрон форматҡа күсереү. Был мәсьәлә менән Михаил Мишустин һәм Бурятия башлығы Алексей Цыденов шөғөлләнәсәк. Уларға 2026 йылдың авгусына тиклем методик күрһәтмәләр әҙерләп, системаны камиллаштырыу бурысы ҡуйылған.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, цифрлы системаға күсеү иҡтисад өсөн бик файҙалы, әммә был процесс водителдәр өсөн ауырлыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш. Шуға күрә, яңы тәртипкә күскән осорҙа кешеләрҙе штрафтар менән «баҫмаҫҡа» ҡарар ителде. 2027 йылдың мартына тиклем, әгәр водителдә электрон түгел, ә ғәҙәти ҡағыҙ документ булһа, уны штрафҡа тарттырмаясаҡтар — бары тик иҫкәртеү менән генә сикләнәсәктәр.
Был үҙгәрештәр логистиканы тиҙләтергә һәм бюрократик кәртәләрҙе кәметергә ярҙам итер тип көтөлә.