

Был 2025 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 46,8 процентҡа күберәк, йәғни 1,2 мең тонна булған.
Ағымдағы йылдың ғинуар-июлендә Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығы белгестәре импортланған йәшелсә һәм емеш-еләктең 157 партияһын тикшергән.
Атап әйткәндә, Башҡортостанға Әзербайжандан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан, Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Үзбәкстандан абрикос, виноград, гранат, мандарин, кишер, персик, помело, һөрмә, ҡабаҡ, клубника, нектарин, кишер, һуған, ҡыяр индерелгән.
Бынан тыш, Ҡаҙағстандан республикаға 135 тонна ваҡланған дөгө индерелгән. Импортланған бөтә продукция санитар нормаларға тап килеүенә һәм карантин аҫтындағы объекттарҙың булмауына тикшерелгән.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса ла Башҡортостанға йәшелсә һәм емеш-еләк импорты артҡан. 12 ай эсендә республикаға 4,5 мең тонна продукция индерелгән. Был 2024 йыл күрһәткестәренән 16,4 процентҡа күберәк — 3,9 мең тонна. Ә, 2023 йыл менән сағыштырғанда импорт өс тапҡырға артҡан.