Иҡтисад
12 Августа , 04:45

Нефтекама автозаводы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә

Нефтекама автомобиль заводы (НЕФАЗ) үҙенең етештереү ҡеүәтен һиҙелерлек арттырыуын дауам итә. 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында предприятие иҡтисади күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Нефтекама автозаводы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәНефтекама автозаводы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә
Нефтекама автозаводы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә

Әйтәйек, йыл башынан алып завод конвейерынан 785 пассажир автобусы сыҡҡан. Был – былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 51 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, предприятие продукция сығарыуҙы барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла арттырған: 1,9 мең махсус өҫтәмә ҡоролма, 262 тағылма техника, 198 йөк автомобиле һәм 112 электробус етештерелгән. Ярты йыллыҡта сығарылған продукцияның дөйөм хаҡы 15,3 миллиард һумға еткән, был 2025 йыл менән сағыштырғанда 36 процентҡа юғарыраҡ. Бынан тыш, заводҡа 177 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән.

      Бөгөн заводта 5,2 мең кеше эшләй. Предприятие өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү – төп бурыстарҙың береһе. «Персоналды үҫтереү» программаһы сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең уҡыу үҙәгендә һәм Нефтекама машиналар эшләү колледжында белемдәрен камиллаштыра. Йәш белгестәргә ярҙам итеү өсөн 180-дән ашыу остаз тәғәйенләнгән, уларға өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Шулай уҡ 2026 йылдан завод «Профессионалитет» федераль программаһына ҡушылған. Алдағы өс йылда урындағы колледждар менән берлектә 450 маҡсатлы килешеү төҙөү планлаштырыла.
    «КАМАЗ» компанияһының бүлендек предприятиеһы булған «НЕФАЗ» социаль мәсьәләләргә лә ҙур иғтибар бүлә. Генераль директор Борис Хазиев билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Хәрби хеҙмәткә киткән заводсыларға ай һайын 50 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә. Заводта «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» штабы эшләй, унда хеҙмәткәрҙәр яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар йыя, маскировка селтәрҙәре үрә һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

«НЕФАЗ» – автобустар һәм электробустар сығарыу буйынса иң юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе. Республика артабан да ҡалаларыбыҙ өсөн яңы пассажир транспорты һатып алыуҙы дауам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас