Иҡтисад
12 Августа , 05:54

Сауҙа өлкәһендә 423 миллион һумға килешеүҙәр төҙөләсәк

Сибайҙа үтәсәк «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында сауҙа һәм сервис тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сауҙа өлкәһендә 423 миллион һумға килешеүҙәр төҙөләсәкСауҙа өлкәһендә 423 миллион һумға килешеүҙәр төҙөләсәк
Сауҙа өлкәһендә 423 миллион һумға килешеүҙәр төҙөләсәк

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы етәксеһе Константин Климин белдереүенсә, дөйөм суммаһы 423 миллион һумлыҡ дүрт проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Был башланғыстар төбәктә яңы туҡланыу нөктәләрен, юл буйы сервисын һәм логистик үҙәктәрҙе булдырыуҙы күҙ уңында тота. Иң ҙур проект Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырыласаҡ: бында 195 миллион һумға ике заманса ресторан төҙөү планлаштырыла.

Шулай уҡ инвесторҙарҙың иғтибары логистикаға һәм инфраструктураға йүнәлтелгән:

  • Кушнаренко районында 53 миллион һумлыҡ юл буйы комплексы барлыҡҡа киләсәк.
  • Өфө районында медицина тауарҙары өсөн 125 миллион һумлыҡ келәт төҙөләсәк.
  • Өфө янында 50 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек базаһы асыласаҡ, унда Белоруссиянан килтерелгән продукция һаҡланасаҡ һәм артабан сауҙа селтәрҙәренә таратыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14-15 августа Сибайҙа уҙасаҡ был сара ил кимәлендәге ҙур ваҡиға булып тора. Унда бизнес вәкилдәре, эксперттар һәм дәүләт етәкселәре төбәк иҡтисадын үҫтереү юлдарын тикшерәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас