Был юлы Үзбәкстандың «Premier Electrotech» компанияһы республикабыҙҙа ике мөһим проектты тормошҡа ашырырға теләк белдерҙе. Дөйөм алғанда, инвесторҙар беҙҙең төбәккә 3 миллиард һум аҡса һалырға йыйына.
Инвесторҙарҙың пландары ике йүнәлеште үҙ эсенә ала:
- Көнкүреш техникаһы етештереү. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының Стәрлетамаҡ районындағы майҙансығында заманса завод төҙөләсәк. 1 миллиард һумлыҡ был проект 800 кешене эш менән тәьмин итергә тейеш. Эштәрҙе 2026-2027 йылдарҙа башҡарыу күҙаллана.
- Малсылыҡ комплексы. Иглин районында ит йүнәлешендәге эре хужалыҡ барлыҡҡа киләсәк. 2 миллиард һумлыҡ был проект сиктәрендә 1 мең баш мал аҫрау өсөн комплекс төҙөләсәк. Бында 20 яңы эш урыны булдырыласаҡ, ә төҙөлөш 2027-2030 йылдарға планлаштырылған.
Әлегә компания республикала үҙенең филиалын рәсмиләштереү менән мәшғүл. Киләһе аҙым — проекттарҙы «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим итеү. Был башланғыстар төбәгебеҙҙең сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалын тағы ла нығытыр, тип көтөлә.