Иҡтисад
20 Августа , 12:35

Иҡтисадты алға этәреүсе көс

Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙә төп таяныс булып инвестициялар тора. #ВладимирПутин

Иҡтисадты алға этәреүсе көсИҡтисадты алға этәреүсе көс
Иҡтисадты алға этәреүсе көс

Владимир Путин стратегик үҫеш буйынса кәңәшмәлә билдәләүенсә, һуңғы биш йыл эсендә илдең төп капиталына һалынған аҡса күләме 40 проценттан ашыуға артҡан. Бындай уңышҡа сәнәғәт һәм инфраструктура өлкәһендәге эре экспорт проекттары ярҙамында өлгәшелгән.
Әлегә иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫешенә тик инвестициялар ғына түгел, ә халыҡтың һатып алыу һәләте лә ҙур йоғонто яһай. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, икенсе кварталда иҡтисадтың төп «двигателе» булып нәҡ ҡулланыусылар әүҙемлеге торҙо.
Статистика күрһәтеүенсә, кешеләр күберәк тауар һатып ала һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарына йышыраҡ йөрөй: ваҡлап һатыу тауар әйләнеше 7,2 процентҡа, ә кафе-ресторандарҙың килеме 6,2 процентҡа артҡан. Бынан тыш, логистика өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр бар: йөк ташыу күләме лә яйлап үҫә бара.
Ошо күрһәткестәрҙең барыһы ла Рәсәй иҡтисадының эске ресурстарға таянып, тотороҡло үҫеүен раҫлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас