

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында сәнәғәт етештереүе динамикаһы буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Беҙҙең алда — тик Мәскәү генә, ә өсөнсө урында Мәскәү өлкәһе тора.
Эксперттар был рейтингты төҙөгәндә сәнәғәт производствоһы индексын, эшкәртеү тармағындағы уңыштарҙы һәм Сәнәғәт министрлығының һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен иҫәпкә алған. Аналитиктар билдәләүенсә, Башҡортостан, Мәскәү һәм Татарстан кеүек төбәктәрҙә сәнәғәттең тотороҡло үҫеше, тәү сиратта, эшкәртеү секторының көслө булыуы менән бәйле.
Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса сәнәғәт етештереүе 0,4 процентҡа артҡан. Әммә айырым төбәктәрҙә был күрһәткес күпкә юғарыраҡ: Мәскәүҙә — 12,1%, Башҡортостанда — 6,7%, Татарстанда — 6,2%. Белгестәр быны хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларының әүҙем эшләп китеүе һәм уларҙың төбәк иҡтисадындағы ҙур өлөшө менән аңлата.
Был һөҙөмтәләр республикабыҙҙың иҡтисади потенциалының юғары булыуын һәм сәнәғәт өлкәһендәге дөрөҫ стратегик йүнәлеште раҫлай.