Иҡтисад
3 Сентября , 12:33

Башҡортостан игенселәре киләһе йыл уңышы өсөн нигеҙ һала

Республика баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеү эштәре бара. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан игенселәре киләһе йыл уңышы өсөн нигеҙ һалаБашҡортостан игенселәре киләһе йыл уңышы өсөн нигеҙ һала
Башҡортостан игенселәре киләһе йыл уңышы өсөн нигеҙ һала

Быйыл 150,5 мең гектар майҙанда сәселгән. Төп баҫым, ғәҙәттәгесә, ужым бойҙайына (116,3 мең гектар) һәм арышҡа (24,2 мең гектар) яһалған. Шулай уҡ хужалыҡтарҙа тритикале һәм рапс кеүек культураларға ла урын табыла.

Сәсеү кампанияһында Ауырғазы, Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ райондары айырыуса әүҙемлек күрһәтә — был төбәктәрҙең һәр береһендә 10 мең гектарҙан ашыу ерҙә сәсеү эштәре атҡарылған.

Игенселәрҙең тырышлығы бушҡа түгел: быйылғы уңыш күрһәткестәре һөйөндөрә. Ужым культураларынан 968 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған, ә уртаса уңышлылыҡ гектарына 35 центнер тәшкил итә.

Республика етәкселеге игенселек майҙандарын киңәйтеү буйынса ҙур маҡсаттар ҡуя. Әгәр 2026 йылда ужымдар 290 мең гектарҙы биләһә, 2027 йылға был күрһәткесте 378 мең гектарҙан ашыуға еткереү планлаштырыла. Был аҙымдар республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас