Иҡтисад
9 Сентября , 12:24

Эшҡыуарлыҡ үҫешә

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес секторы тотороҡло үҫеш күрһәтә. 2026 йылдың август уртаһына булған мәғлүмәттәр буйынса, республикала 148,8 мең эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Эшҡыуарлыҡ үҫешәЭшҡыуарлыҡ үҫешә
Эшҡыуарлыҡ үҫешә

Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 5,5 процентҡа артҡан, был төбәк иҡтисадында бизнесҡа ҡыҙыҡһыныуҙың юғары булыуын раҫлай.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, эшҡыуарҙарҙың күпселеген шәхси эшҡыуарҙар (106,9 мең) һәм микропредприятиелар (76,65 мең) тәшкил итә. Шулай уҡ 3,8 мең бәләкәй һәм 401 урта предприятие әүҙем эшләп килә.

Әммә был өлкәлә ҡапма-ҡаршылыҡлы тенденция ла күҙәтелә: бизнес субъекттары һаны артһа ла, уларҙа эшләүселәр һаны кәмей. Бер йыл эсендә был күрһәткес 2,7 процентҡа төшөп, 300,5 мең кеше тәшкил иткән. Был хәл, моғайын, эшҡыуарлыҡтың автоматлаштырылыуы йәки бизнес структураһының үҙгәреүе менән бәйлелер.

Волга буйы федераль округында Башҡортостан үҙенең позицияларын ныҡлы тота. Республика, 148,8 мең субъект менән, округта икенсе урында бара. Беҙҙең алда тик Татарстан ғына (183,5 мең), ә өсөнсө урында — Һамар өлкәһе (137,3 мең). Сағыштырыу өсөн: Мари Иле, Мордовия һәм Ульяновск өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге күпкә түбәнерәк.

Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы буйынса ла оҡшаш хәл: бизнес субъекттарының дөйөм һаны артҡан (1,17 миллионға тиклем), ә уларҙа мәшғүл булған кешеләр һаны бер аҙ кәмегән. Был күрһәткестәр төбәктә эшҡыуарлыҡ мөхитенең үҙгәреүен һәм яңы иҡтисади шарттарға яраҡлашыуын күрһәтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектының (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») маҡсаты булып, бизнес - стартаптан алып эре производствоға тиклем еңел үҫешһен өсөн шарттар булдырыу, ябайлаштырылған ҡағиҙәләр, цифрлы сервистарға һәм инфраструктураға инеү мөмкинлеген булдырыу. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын арттырыу, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр һанын, эске тулайым продуктта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың өлөшөн 32 процентҡа тиклем арттырыу тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас