Иҡтисад
10 Сентября , 10:28

Туризмдан килемдәр яҡшыра

2026 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостандың туристик тармағында уңышлы үҫеш күҙәтелә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Туризмдан килемдәр яҡшыраТуризмдан килемдәр яҡшыра
Туризмдан килемдәр яҡшыра

Туристик һалымдан алынған килемдәр 37,4 миллион һумға еткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 72,1 процентҡа юғарыраҡ. Абсолют һандарҙа был үҫеш 15,67 миллион һум тәшкил итә.

Республикала туристик һалым йыйыу буйынса лидерҙар булып Әбйәлил, Асҡын, Бәләбәй һәм Белорет райондары тора.

Шул уҡ ваҡытта, туристик һалым ғәмәлдә булған урындағы үҙидара органдарының дөйөм һаны бер йыл эсендә ике тапҡырға, йәғни 58-ҙән 110-ға тиклем артҡан. Был күрһәткес, туристик һалымдың урындағы килем системаһындағы роле арта барыуын асыҡ күрһәтә.

Туристик һалым түләүселәр һаны ла һиҙелерлек артҡан. Уҙған йылда 207 түләүсе булһа, быйыл уларҙың һаны 341-гә еткән. Был, башҡа факторҙар менән бер рәттән, республикаға килеүсе туристар һанының артыуы менән дә бәйле булыуы мөмкин.

Белеүебеҙсә, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекттың (национальный проект «Туризм и гостеприимство») маҡсаты - ил иҡтисадында туристик тармаҡтың ролен күтәреү һәм 2030 йылға туристик сәйәхәттәр һанын 140 миллионға тиклем еткереү тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас