

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ил буйынса 32 проектты хуплаған, шуларҙың өсәүһе — беҙҙең төбәктә.
Был аҡса ниндәй маҡсаттарға тотоноласаҡ?
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников билдәләүенсә, дәүләт ярҙамы тик буш һүҙ түгел, ә аныҡ талаптар менән бәйле. Төбәктәр проекттарҙың дәүләт экспертизаһын үтергә, инвесторҙар менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш. Бынан тыш, шәхси инвесторҙар проект хаҡының кәм тигәндә 30 процентын үҙ кеҫәләренән һалырға, ә төҙөлөштө ике йыл эсендә тамамларға бурыслы.
Был парктарҙың төп маҡсаты — бәләкәй һәм урта бизнесҡа терәк булыу. Дөйөм алғанда, 2030 йылға ил буйынса ошондай 100 майҙансыҡ асыу планлаштырыла. Башҡортостан был йәһәттән Волга буйы федераль округында әүҙем төбәктәрҙең береһе булып тора.