Иҡтисад
29 Сентября , 12:42

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу мөһим проект тормошҡа ашырыла

Бөгөн Башҡортостан үҙенең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге менән алда бара: республикала дөйөм хаҡы 1,2 триллион һумлыҡ 419 өҫтөнлөклө проект ғәмәлгә ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу мөһим проект тормошҡа ашырылаБашҡортостанда 400-ҙән ашыу мөһим проект тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда 400-ҙән ашыу мөһим проект тормошҡа ашырыла

Был башланғыстар тормошҡа ашҡас, төбәктә 29 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Иғтибарға лайыҡлы бер факт: республика ете йыл рәттән инвестициялар күләмен кәметмәй, киреһенсә, уларҙы арттырып килә.

Иҡтисад үҫеше министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, бындай уңышҡа бизнесҡа ҡарата системалы һәм иғтибарлы ҡараш арҡаһында өлгәшелгән. Һәр инвестор өсөн айырым, уңайлы шарттар булдырыла. Бөгөн эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн 70-тән ашыу төрлө ҡорал ҡулланыла: һалым ташламаларынан алып, ер участкаларын еңел шарттарҙа ҡуртымға биреүгә тиклем.

Был проекттарҙың яҙмышы «Инвестиция сәғәте» форматында хәл ителә. Республика Башлығы ҡатнашлығында үткән был ултырыштарҙа һәр тәҡдим ентекле тикшерелә, ә ярҙам саралары заман талаптарына ярашлы даими яңыртылып тора.

Дәүләттең был эше үҙен аҡлай: иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, дәүләт ярҙамының һәр һумы бюджетҡа 12 һумдан ашыу һалым килеме булып әйләнеп ҡайта. Был иһә республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас