

. Бының төп күрһәткестәренең береһе — муниципалитеттарҙа даими үткәрелеп килгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре». Статистикаға ярашлы, былтыр ғына ошондай форматта 2 меңдән ашыу осрашыу ойошторолған, уларҙа 2,5 меңгә яҡын төрлө бизнес-проект ҡаралған.
Был эштең төп йөктәрен «бизнес-шерифтар» — хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары үҙ өҫтөнә ала. Уларҙың төп маҡсаты — эшҡыуарҙарға яңғыҙ ҡалмаҫҡа, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итеү. Кәңәшмәләр барышында бизнес вәкилдәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе туранан-тура хәл итә, дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт ала.
Һуңғы йылдарҙа был эшмәкәрлек яңы кимәлгә күтәрелде. Мәҫәлән, ижади индустрия вәкилдәре өсөн махсус «Ижади сәғәттәр» индерелде, улар сиктәрендә 169 кәңәшмә үткәрелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы тарафынан булдырылған бизнес-шерифтар институты бөгөн ил кимәлендә юғары баһалана. Стратегик инициативалар агентлығы был тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға тәҡдим итә.
Ошо тырышлыҡтарҙың һөҙөмтәһе күренекле: республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 5 процентҡа артып, 150 меңдән ашып китте. Был өлкәлә бөгөн 660 меңдән ашыу кеше мәшғүл.
Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») сиктәрендә күрһәтелгән булышлыҡ эшҡыуарҙар өсөн ышаныслы терәк булып тора. Төп маҡсат — бизнес өсөн уңайлы һәм асыҡ шарттар булдырыу.