

Корпорация 2030 йылға килемен 5,5 триллион һумға тиклем еткерергә ниәтләй. Был күрһәткестең яртыһынан күберәге илдең технологик бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүсе проекттар иҫәбенә тура килергә тейеш.
Лихачев билдәләүенсә, быйылғы күрһәткестәр һөйөнөслө: туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса килем күләме планлаштырылғандан күпкә юғарыраҡ. Бынан тыш, яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү инвестиция программаһын даими арттырырға мәжбүр итә. Хәҙерге ваҡытта ул 1,7 триллион һум тәшкил итә һәм Рәсәйҙәге иң эре программаларҙың береһе булып тора. Етәксе әйтеүенсә, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, корпорация был эште туҡтатмайынса, алға барыу өсөн бөтә көсөн һала.
Атом сәнәғәте өсөн тағы бер мөһим яңылыҡ — төҙөлөш күләме. Әлеге ваҡытта «Росатом» Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә дөйөм алғанда 46 энергоблок төҙөй. Алексей Лихачев һүҙҙәренсә, был — илдең яңы тарихындағы абсолют рекорд.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин «Росатом»дың эшенә юғары баһа бирҙе. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең дөйөм энергетика балансында атом генерацияһының өлөшө 20 проценттан ашып киткән, был иһә илдең энергетик именлеге өсөн бик мөһим күрһәткес.