Иҡтисад
30 Сентября , 11:41

Төбәк бизнес өсөн ышаныслы партнерға әүерелә

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан үҙен эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ итеп күрһәтә алды.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Төбәк бизнес өсөн ышаныслы партнерға әүереләТөбәк бизнес өсөн ышаныслы партнерға әүерелә
Төбәк бизнес өсөн ышаныслы партнерға әүерелә

2011 йылдан алып республика иҡтисадына йүнәлтелгән шәхси капитал күләме 580 миллиард һумдан ашып китте. Был эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә төбәктә 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылды. Хәҙер инвестицияларға ярҙам «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» федераль проекты (федеральный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә бара. Ул "Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына инә.

     Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа инвестиция әүҙемлеге һиҙелерлек артҡан: әгәр 2011–2018 йылдарҙа 200 миллиард һум самаһы аҡса һалынһа, 2019 йылдан алып был күрһәткес ике тапҡырға тиерлек артып, 400 миллиард һумға етте.

Инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү республика ҡаҙнаһы өсөн дә отошло: ошо осорҙа бюджетҡа 340 миллиард һумдан ашыу һалым ингән. Дәүләт ярҙамының һөҙөмтәлелеге яҡшы, әйтәйек, һәр бүленгән бер һум субсидияға бюджетҡа 12 һум һалым килеме тура килә.

    Бөгөнгө көндә Башҡортостандың өҫтөнлөклө исемлегендә дөйөм хаҡы 1,2 триллион һумлыҡ 419 проект бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу 29 меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Быйылғы йыл башынан ғына ла исемлеккә 300 миллиард һумлыҡ 54 яңы проект өҫтәлде. Һәр проекттың үҙ кураторы һәм профилле министрлыҡ вәкиле бар, был иһә эш барышын даими күҙәтеп барырға һәм ҡаршылыҡтарҙы тиҙ хәл итергә ярҙам итә.

    Инвесторҙар өсөн төбәктә махсус шарттар булдырылған. Мәҫәлән, 250-нән ашыу килешеү сиктәрендә эшҡыуарҙарға ер участкаларын аукционһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге бирелә. Ошондай дәүләт ярҙамы һәм асыҡ диалог Башҡортостанды илдең иң инвестициялы төбәктәренең береһенә әйләндерә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас