

Был турала дәүләт башлығы Мәскәүҙә яңы производство комплексын асыу тантанаһында әйтте. Президент билдәләүенсә, төп бурыс — сит ил деталдәренә таянмайынса, нәҡ үҙебеҙҙең сеймалға нигеҙләнгән тулы цикллы етештереүҙе яйға һалыу. Бының өсөн илебеҙҙәге минераль ресурстарҙы әүҙемерәк үҙләштерергә һәм заманса технологияларҙы ҡуланырға кәрәк.
Владимир Путин был эште уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт, ҙур бизнес, фәнни ойошмалар һәм химия-металлургия компанияларының берҙәм эш итеүе мөһим булыуына баҫым яһаны.
Яңы кластерҙарҙың планлы ҡеүәткә сығыуы Рәсәйҙең технологик суверенитетын нығытыуҙа ҙур аҙым булып тора. Сара видеоконференция форматында үтте, был иһә илдең төрлө төбәктәрендәге производство майҙансыҡтарының берҙәм системаға берләшеүен күрһәтә.