Иҡтисад
21 Октября , 12:56

Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Һуңғы йылда Башҡортостанда үҙ эшен асып, профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны һиҙелерлек артты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан алдынғылар рәтендәБашҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә

2026 йылдың сентябрь аҙағына республикала 397 меңдән ашыу кеше үҙмәшғүл статусын алған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 23 проценттан ашыуға күберәк. Статистика күрһәтеүенсә, уларҙың күпселеге — ябай физик шәхестәр, ә 27 меңгә яҡыны — шәхси эшҡыуарҙар.
Волга буйы федераль округы буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә: бында үҙмәшғүлдәр һаны 2,5 миллионға еткән. Башҡортостан был исемлектә Татарстан һәм Һамар өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды биләй. Әйткәндәй, округтағы бөтә төбәктәрҙә лә үҙмәшғүлдәр һаны артыу тенденцияһы һаҡлана. Мәҫәлән, Мари Иле, Киров өлкәһе һәм Мордовияла үҫеш темптары тағы ла юғарыраҡ.
Дөйөм алғанда, ил буйынса ла хәл оҡшаш: бер йыл эсендә үҙмәшғүлдәр һаны 14,6 миллиондан 17,7 миллионға тиклем артҡан. Башҡортостан был йәһәттән дөйөм федераль үҫеш темптарынан ҡалышмай, хатта уны уҙып китә. Йыл башынан алып республикала үҙмәшғүлдәр һаны 15 проценттан ашыуға артҡан, был иһә халыҡтың үҙ эшен асырға һәм законлы рәүештә эшмәкәрлек алып барырға ынтылышын раҫлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас