-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Интервью
7 Май , 10:12

«Инвест-сәғәт»тәрҙең файҙаһы ҙур

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» уңышлы эшләй.

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» уңышлы эшләй. Әбйәлил йүнселдәре уның ярҙамы менән файҙаланғанмы, ғөмүмән, беҙҙә эшҡыуарлыҡ нисек үҫешә — ошо һорауҙарҙы район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев менән асыҡланыҡ.

— Артур Раил улы, районда эшҡыуарлыҡ үҫешәме? Үҙ эшен асырға теләүселәр артамы?
— Беҙҙең районда эшҡыуарлыҡ алға бара тип ышаныслы әйтә алам. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү рейтингында 5-се урынды алыуыбыҙ быға ышаныслы дәлил булып тора. Әлеге ваҡытта районда 1072 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшләй. 2022 йыл менән сағыштырғанда улар 81 берәмеккә артҡан. Сауҙа предприятиелары, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары әүҙем үҫешеүе ҡыуаныслы. Районда 312 сауҙа предприятиеһы — 272 магазин, 9 сауҙа комплексы, 50-гә яҡын дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй. Уҙған йылда 3 магазин һәм 4 кафе сафҡа индерелде. Беҙҙең район эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса  республикала тәүге өсәү иҫәбенә ингән. Тимәк, эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә. Был юҫыҡта үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн шарттар һәм ярҙам булдырырға тырышабыҙ.
— Ошо турала ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ, яңы эш башлаусылар ниндәй программаларҙа ҡатнаша ала?
— «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү» муниципаль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы дүрт йылда маҡсатлы программа сиктәрендә 42 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙамы алды. 2023 йылда 9 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 3,5 миллион һумлыҡ субсидия бирелде. Тағы ла төбәк һәм федераль кимәлдәге проекттар —  ауыл хужалығында эш башлаусыларға «Агростартап»тар, туризмды үҫтереү буйынса йәш эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән һәм башҡа программалар тормошҡа ашырыла.
— Һуңғы йылдарҙа «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға теләүселәр арта. Район йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
— Эшҡыуарҙар һәм бизнеста көсөн һынап ҡарарға теләүселәр үҙҙәренең проекттары менән таныштыра, финанс, мөлкәт һәм башҡа төрлө ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһына. Әйтәйек, уҙған йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 52 кәңәшмә үткәрелде, уларҙа 65 бизнес-проект тикшерелде. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә 19 проект тәҡдим ителде, төҙөлөштә — 8, етештереү өлкәһендә 10 һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү буйынса 7 проект ҡаралды. Туризм йүнәлеше әүҙем үҫешә, 21 бизнес-идея булды, улар араһында ҡыҙыҡлы проекттар күп. Йыл башынан 14 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ен уҙғарҙыҡ, уларҙа 25 бизнес-проект тикшерҙек. Әйткәндәй,  үҙ эшен асырға теләүселәр район хакимиәтенең иҡтисад бүлегендә йәки (834772) 2-03-35 телефоны буйынса яҙыла һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ендә проекттарын яҡлай ала.
— «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ендә ҡатнашып,  үҙ эштәрен уңышлы   алып киткән кешеләр менән таныштырып үтһәгеҙ?
— Эшҡыуар Лидар Әхтәмов «Экстрим» туристик базаһын киңәйтергә теләп мөрәжәғәт иткәс, уға муниципаль ярҙам программаһы сиктәрендә финанс ярҙам күрһәтелде һәм унда арҡан паркы, батуттар һәм аттракциондар барлыҡҡа килде. Лидар Әхтәмов «Экстрим»да өйҙәр төҙөнө, унда беседкалар, мангал зоналары  бар. Хәҙер  туристик базала ғаилә менән ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бында байрамдар уҙғаралар, балалары менән бергә киләләр. 
— Йәштәр араһында ла йүнселдәр күп...
— Эйе. Руслан Шәғәлин үҙенең проектын «Инвест-сәғәт»тә 2022 йылда тәҡдим итте. Бизнес-проектҡа ярашлы, бында тюбинг-трасса эшләү, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр, кафе-ҡунаҡхана, балалар майҙансыҡтары, балыҡ үрсетеү өсөн быуа булдырыу ҡаралғайны. Бындай инвестиция проекттары бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә, Асҡар ауылында урынлашҡан ял базаһында эш урындары булдырылыуы ла яҡшы. Әлбиттә, ул хуплау тапты. Әле бында төҙөлөш эштәре бара. Яһалма мәмерйә, балыҡ тотоу өсөн быуа эшләнгән. Боронғо ҡәлғә стилендә төҙөлгән «Урал батыр» ял базаһы районға килеүселәрҙә матур хәтирәләр ҡалдырасаҡ. Бында ял итеүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәктәр. 
— Артур Раил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар!
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: