Быйыл яҙ иртә килде. Йылы миҙгел етеү менән йорт биләмәһе-баҡсаларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре башлана. Урман-ҡырҙа ял итергә яратыусылар тәбиғәт ҡосағына ашыға. Ял күңелһеҙ эҙемтәләргә килтермәһен өсөн хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә онотмағыҙ. Ошо турала райондың ветеринария хеҙмәте начальнигы Маҙһар Мәғәфүров менән әңгәмәләштек.
— Маҙһар Хәйҙәр улы, яҙ — төрлө тереклек уянған, бөжәк-ҡоротҡостар әүҙемләшкән осор. Быйыл республикала геморрагик биҙгәк буйынса хәл хәүефле, был нимә менән бәйле?
— Ҡыш йылы килде, ҡар ҡалын булғас, ер ныҡлап туңманы һәм шул арҡала сысҡандар йылдам үрсене. Геморрагик биҙгәк вирусы тын юлдары аша үтеп инә. Яҙғыһын баҡса-йорт тирәһен таҙартҡанда, бесән аҡтарғанда сысҡан биҙгәген йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Бындай эштәрҙән һуң ҡулды ныҡлап йыумау, сысҡан кимереп йә ҡағылып киткән ризыҡты ашау арҡаһында сиргә тарығандар бихисап. Вирус эләгеп, ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем яҡынса ике-өс аҙна үтә. Ауырыу киҫкен башлана, температура 39-40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә. Күҙ ҡыҙарып тороуы, урыны менән тән сабыртыуы ихтимал. Биҙгәк тотоуға баш ауыртыу, тән, бил һыҙлау ҡушыла. Бындай билдәләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Геморрагик биҙгәк иң ҡурҡыныс йоғошло сирҙәрҙән һанала. Үҙ аллы дауаланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп һаҡланырға була. Урман-яланда булғандан һуң ҡулды мотлаҡ һабынлап йыуырға кәрәк. Урманда ризыҡты сысҡан теймәҫлек ерҙә, машинала йәки ағасҡа элеп тотоғоҙ. Ял итер өсөн ағаслы ерҙә түгел, асыҡ аҡланда һайлау хәйерле. Ҡаралты-ҡураны йыйыштырғанда саң борҡотмағыҙ, битлек, бирсәткә кейегеҙ.
— Урман-ҡырға ял итергә сығыусыларҙы тағы бер хәүеф һағалай. Быйыл талпан тешләү осраҡтары булдымы?
— Эйе. 12 апрелдән 24 апрелгәсә, йәғни ун көн эсендә 14 кешегә, шул иҫәптән 4 балаға талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлде. Был бик күп. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 7 кеше талпандан зыян күргән. Бәләкәй генә бөжәк һаулыҡ өсөн хәүефле ауырыу йоҡтороуы менән ҡурҡыныс. Вируслы энцефалиттың билдәләре 2-3 көндән һуң ғына беленә. Зарарланған кешенең хәле насарая, өшөп ҡалтырай, мускулдары һыҙлай, температураһы юғары күтәрелә, тәне ҡыҙара. Талпандан боррелиоз йоҡтороуҙың да эҙемтәләре хәүефле.
— Республиканың бер нисә районында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Беҙҙең районда был йәһәттән хәл именме?
— 2023 йылда республикала 7 ҡотороу осрағы теркәлгәйне, быйыл дүрт ай эсендә 7 осраҡ асыҡланды. Беҙҙең районда һуңғы йылдарҙа ҡотороу сире булғаны юҡ. Шулай ҙа хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү мөһим. Эт-бесәй хужалары уларға ҡотороуға ҡаршы прививка эшләтергә тейеш. Вакцинациянан һуң иммунитет бер йылға тиклем һаҡлана, тимәк, прививканы йыл һайын яһатырға кәрәк. Йорт хайуандары ауырып китһә, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ. Сирҙең тәүге билдәһе — эт-бесәйҙең ауыҙынан күпләп шайыҡ аға.
Әгәр эт тешләһә, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ — ваҡытында һалынған вакцина ғына ҡотороу сиренән ҡотҡара. Сөнки уға ҡаршы дарыу юҡ. Тик вакцина һаҡлаясаҡ, ул эт тешләгәндең тәүге көнөндә үк һәм артабан 3, 7, 14, 30, 90-сы көнөндә һалына. Өс ай дауамында алкоголле эсемлектәр ҡулланырға ярамай, юғиһә вакцинаның курсын яңынан башларға тура киләсәк.
Кешене тешләгән эт 10 көн буйы ветеринар күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Сир билдәләре табылмаһа, ветеринар эттең ауырымауы тураһында белешмә бирә һәм ҡалған вакциналарҙы туҡтаталар. Был эт билдәле булһа, әгәр урамда йөрөгән эйәһеҙ эт тешләһә, уны күҙәтеү мөмкин түгел, бындай осраҡта вакцина курсын тулыһынса үтеү мотлаҡ. Ҡотороуға ҡаршы вакцинаның бер зыяны ла юҡ, ул бөтәһенә лә эшләнә.
— Райондың ветеринария хеҙ-мәткәрҙәрен саҡыртып, йорт һәм кәртә тирәһен ҡоротҡостарға һәм бөжәктәргә ҡаршы эшкәртергә мөмкин булыуын күптәр белмәй...
— Ысынлап та, беҙ халыҡҡа бындай хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Дезинфекция мал-тыуарҙы төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан профилактикалау маҡсатында уҙғарыла. Дезинсекция иһә биләмә-баҡсала талпан, ҡырмыҫҡа, башҡа бөжәктәрҙе тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирә, йортта тараҡан-ҡандала булған осраҡта ла эшкәртәбеҙ. Дератазация бина-биләмәләрҙе сысҡан-ҡомаҡ булғанда эшләнә. Хаҡы — эшкәртелеүсе майҙандың квадрат метры өсөн 2 һум. Ветстанцияға алдан шылтыратып, көнөн килешергә кәрәк.
— Маҙһар Хәйҙәр улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА әңгәмәләште.