Интервью
14 Июня 2024, 06:10

Яҡташыбыҙҙы «зәңгәр экран»дарҙан күрһәтәсәктәр

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының Әбйәлил районы буйынса социаль координаторы Илнур Ҡарабулатов Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Халыҡ-ара студенттар телевидениеһы ассоциацияһы менән берлектә тормошҡа ашырған «Геройҙар дәүере» социаль әһәмиәтле патриотик проектында ҡатнашты.

Илнур Кәрим улы сығышы менән Хәлил ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында электрогазосварщик һөнәрен үҙләштерә. Артабан БДУ-ның Сибай институтына биология уҡытыусыһына уҡырға инә. Икенсе курстан һуң академик ял алып, әрме бурысын үтәп ҡайтырға ҡарар итә. 2004-2006 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби часендә хеҙмәт итә. Армия уның тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртә. Илнур контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалып, Һамарға күсерелә. Ябай календарь иҫәбе буйынса 16 йыл хеҙмәт итһә, «ҡыҙыу стаж» буйынса был ваҡыт арауығы 22 йыл тип иҫәпләнә. Яҡташыбыҙ Абхазияла, Грузияла локаль конфликттарҙы яйлауҙа ҡатнаша, Сирияла, Таулы Ҡарабахта утлы нөктәләрҙә командировкаларҙа булырға тура килә. 2022 йылда махсус хәрби операция иғлан ителгәнгә тиклем үк уларҙы Украина сигенә ҡуялар һәм һуғыштың тәүге көнөнән утҡа инәләр ҙә инде. 
МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн мотоуҡсылар ғәскәренең отделение командиры, өлкән сержант И. Ҡарабулатов «За боевые отличия» һәм «За воинскую доблесть» миҙалдары менән наградлана. «Ә минең командирыма Рәсәй Геройы исеме бирелде», – ти ул яуҙаштары менән ғорурланып. Әлбиттә, ҙур юғалтыуҙар ҙа кисерәләр. Подразделениелағы 76 хәрби-ҙән 15-16 кеше генә тере ҡала. Өйҙәгеләр менән өсәр айлап бәйләнешкә сыҡмаған Илнур ара-тирә сәләмдәр ебәреп, иҫән-леген белгертеп тора. Ауылдағы ата-әсәһе, хәрби гарнизонда ҡалған ғаиләһе — кәләше, улы, ҡыҙы оҙаҡ ваҡыт энә осондағы кеүек ут йотоп йәшәй. Шуға күрә һуғыш уты туҡтамаһа ла, хаҡлы ялға сығыу мөҙҙәте күптән тулған хәрби хәрәкәттәр ветераны сираттағы оҙайлы команди-ровканан имен-аман сыҡҡас, тыныс тормошҡа ҡайтырға ҡарар ҡыла. Бигерәк тә олоғайып барған ата-әсәһен йәлләй ул. Өс малай тәрбиәләп үҫтергән Хәлил ауылында йәшәүсе Фәриҙә һәм Кәрим Ҡарабулатовтарҙың ике улы хәрби юлдан киткән. Уртансылары Замир ҙа 2019 йылға тиклем контракт буйынса хеҙмәт иткән, ул да шулай уҡ  хәрби хәрәкәттәр ветераны. 
— Замир менән икебеҙ Сирияла командировкала саҡта, бәләкәй ҡустыбыҙ Рамаҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Шунда атай: «Өс малай ҙа армияла, бесән сабышырға ла кеше юҡ», — тип кемгәлер ҡайғыһын һөйләгән тиҙәр. Инде улар янына күсеп ҡайтып, хәлдән килгәнсә ярҙам итеп йәшәргә ваҡыт, күңелдәре лә тынысланыр тип уйланым. Кәләшем Нә-рисә — күрше Ишбулды ауылынан. Хәрби ҡатыны булып тыуған ерҙән, туғандарҙан алыҫта йәшәүе, күпселектә балаларҙы бер үҙенә ҡарауы еңелгә тура килмәһә лә, сабырлығы, ныҡлы тыл булғаны өсөн уға  сикһеҙ рәхмәтлемен, — тип һөйләй Илнур Кәрим улы. 
 Ҡарабулатовтарҙың Әбйәлилгә күсеп ҡайтыуына июлдә бер йыл тула. Район үҙәгенең Мырҙабай биҫтәһендә ҙур йорт һатып алғандар. Пенсия түләнһә лә, кисәге хәрби ҡырҡҡа ла инмәйенсә өйҙә буш ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Эш һорап төрлө ерҙәргә мөрәжәғәт итә һәм беренсе булып вакансия тәҡдим иткән урынға — урман хужалығына участка лесничийы булып сыға. Нәрисә Шәфҡәт ҡыҙы иһә, ниһәйәт, үҙ нигеҙҙәрен ҡороу-ҙарына ҡыуанып, дәртләнеп өйҙә ҡот-зауыҡ булдырыуға тотона. Балалары уҡыуҙарын 1-се Асҡар урта мәктәбендә дауам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Һамарҙа рус мөхитендә тыуып-үҫһәләр ҙә, Илмир менән Алина тап-таҙа башҡортса һөйләшеүҙәре менән Асҡар мәктәбе уҡытыусыларын таң ҡалдырған. Хәҙерге балалар туған телде белмәй тип телефон-телевизорға, уратып алған кешеләр мөхитенә һылтанған заманда бөтә мәсьәләнең башында ғаилә тәрбиәһе ятыуына асыҡ миҫал был. 
— Башкөллө эш менән мәшғүл булһам да, ғәҙәти тормош ритмына күсеүе еңел булманы. Тегендә ҡалған иптәштәр күңелдән китмәй ыҙалатты, йылдар дауамында ҡанға һеңгән хәрби туғанлыҡ хисе ебәрмәне. Тыныс ваҡыт булһа, улай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Шулай аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалына социаль координатор итеп саҡырҙылар. Был эштә мин үҙемде кәрәкле итеп тоям. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм яу-гирҙәргә  һәр яҡтан ярҙам итәбеҙ, — ти ул.
Үҙе лә шул юлдан үткән хәрби булараҡ, Илнур Ҡарабулатовҡа яугирҙәрҙең проблемалары ла, кисерештәре лә яҡын һәм таныш. Шуға ла улар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хәрби өлкәлә элекке танышлыҡ ептәре күп булыуы ыңғай йоғонто яһай. «Иң ауыры егеттәрҙе һуңғы юлға оҙатыуы», — тип йәһәтерәк илдә тыныслыҡ урынлашыуын теләй ул.
Ҙур масштаблы «Геройҙар дәүере» проектында Илнур  беҙҙең республика исеменән ҡатнашҡан. Проект күп милләтле Рәсәй халҡының дөйөм героизмын айырым шәхестәр йөҙҙәрендә сағыл-дырыуҙы маҡсат итә. Башҡортостанды башҡорт милләтенән булған, туған телдә һөйләшкән батыр күрһәтергә тейеш тигән талапҡа нәҡ уның кандидатураһы хуплана. 
Мәскәү Халыҡтар йортона Рәсәйҙең һәр мөйөшөнән төрлө милләт вәкилдәре, беҙ йәшәгән дәүерҙең ысын геройҙары — махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары йыйыла. Проектҡа Рәсәй халыҡтар ассамблеяһының Мәскәү Ха-лыҡтар йорто һәм «Илһөйәрлек тәрбиәләү үҙәге» хәрби-патриотик клубының өс яҡлы килешеү төҙөү сараһы башланғыс бирә. Ғөмүмән, ойоштороусылар саҡырылған ҡунаҡтарҙы бай программа менән ҡаршылай. Утты-һыуҙы кискән яугирҙәр менән үҫеп килгән йәш быуынды бәйләгән проект сиктәрендә маскировкалау селтәрҙәре үреү, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, автоматты һүтеү һәм йыйыу буйынса мастер-кластар ойошторола, балалар һәм Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты студенттары һалдаттарға бетеүҙәр эшләй, фронтҡа хаттар яҙа. Осрашыу  сиктәрендә МХО вете-рандары һәм яугирҙәре тормош һәм хәрби юлдары хаҡында һөйләй, шәхси илһөйәрлек тарихтарын бәйән итә. Быуындар осрашыуы көтөлгәнде уҙып китә: йәш быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҙур теләк менән ҡатнаша, ғорурланып ил һаҡсылары менән фотоға төшә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙыра. Халыҡтар йортондағы осрашыуҙы ҙур концерт йомғаҡлай.  
Икенсе көндә проект геройҙары Рәсәй Президенты хакимиәте, «Росмолодежь» федераль агентлығы һәм юнармиясылар хәрәкәте вәкилдәре менән бергә Александр баҡсаһындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскә һалыуҙа ҡатнаша. Артабан Ҡыҙыл Майҙанда, төрлө күргәҙ-мәләр залдарында булалар. Ваҡиғаларға бай проект өсөнсө көн ВДНХ-ға сәйәхәт менән тамамлана.
— Быға тиклем яйлап Мәскәү буйлап йөрөү, мәҙәни-тарихи объекттарҙы ҡарап сығыу  өсөн бер ҡасан да ваҡытым етмәне. Проект тормошомдағы был бушлыҡтарҙы тултырырға мөмкинлек бирҙе. Иң мөһиме яуҙаштар менән бер ҡорҙа осрашып аралашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уларҙың һәр береһе ғорурланырлыҡ геройҙар. Ҡалмыҡ Республикаһынан хәрби хирург ошо саранан тура МХО биләмәһенә юлланды. «Геройҙар дәүере» проекты авторҙары минең хаҡта ла айырым сюжет төшөрҙө. Камераға бер ҡасан да һөйләмәгәс, минең өсөн иң ауыры ла, тулҡынландырғысы ла шул булды, — тип Мәс-кәүгә сәфәр хәтирәләре менән уртаҡлашты И. Ҡарабулатов. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас