Район үҙәгендә һәм уның биҫтәләрендә йәшәүселәрҙең байтаҡ өлөшөн, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү “Асҡар” МУП-ы ҡарамағында. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ “Асҡар” предприятиеһы етәксеһе Азамат Өлфәт улы Мортазин.
— Ниндәй ойошма-предприятиеларҙы, ауылдар һеҙҙең ҡарамаҡта?
— Беҙ район үҙәгендәге ике ҡатлы йорттарҙы, дөйөм ятаҡтарҙы, район үҙәге эсендәге социаль объекттарҙы, учреждениеларҙы йылылыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Һыуға килгәндә, район үҙәген, Дауыт ауылын ҡарайбыҙ. Һыу һәм йылылыҡ менән халыҡты тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү, аварияларҙы ваҡытында бөтөрөү йәһәтенән тәжрибәле белгестәр алһыҙ-ялһыҙ эшләй.
— “Асҡар” МУП-ы ниндәй эштәр өсөн яуаплы, ошо турала ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ?
— Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә урамдар юлдарын таҙалайбыҙ, сүп-сарҙа беҙҙең иңдә. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә грейдер алдыҡ, техника беҙҙең ҡулда. Шулай уҡ Дауыт ауылын, биҫтәләрҙе лә ҡарайбыҙ. Сүп-сар контейнерҙары эргәһендәге үләнде сабабыҙ, ҡарын таҙартабыҙ, түмәр, резина, ағас, диван кеүек габаритлы әйберҙәрҙе полигонға ташыйбыҙ. Күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығы тишелеп һыу аҡһа, тәҙрәләре онталһа, ишектәре емерелһә — йүнәтәбеҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта бөтәһе 37 йорт иҫәпләнә, шуларҙың һигеҙ подъезын ремонтланыҡ, тағы ун подъезда ремонт талап ителә. Һуңғы йылдарҙа коллектив үҙенә алған бурыстарҙы урын-еренә еткереп үтәргә тырыша. Һүҙҙең ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары булған кешеләр күп беҙҙә.
— Коммуналь түләүҙәр буйынса нимә әйтер инегеҙ?
— Халыҡтың күпселеге күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Асҡар ауылындағы Учалы урамының 18-се йортонда йәшәүселәр, Таңатар, Киров урамындағы дөйөм ятаҡтарҙа йәшәүселәрҙең бурысы йыйылған. Бурыслыларҙы судҡа биргән осраҡтар ҙа бар. Коммуналь түләмдәр буйынса бурыстары бер миллион һумдан ашҡандар ҙа бар, улар менән даими эш алып барабыҙ.
— Халыҡҡа әйтер теләктәрегеҙ бармы...
— Беҙҙең эшләгәнде, көс түккән хеҙмәтте юҡҡа сығармаһындар, ихтирам менән ҡараһындар ине. Сүп-сар контейнерҙарына эре-торо әйберҙәр ташламаһындар, уларҙы контейнер эргәһендә ҡалдырырға кәңәш итәбеҙ.
— Азамат Өлфәт улы, әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм коллективығыҙға уңыштар!