— Вилдан, бала сағың тураһында һөйләп үт әле. Ҡасандан йырлай башланың?
—Мин дүрт йәштән йырлағанмын. Телевизорҙа барған тапшырыуҙарҙы ҡарап, ундағы балаларға ҡушылып көйләп йөрөгәнмен. Беҙҙең ғаилә, туғандар ҙа йыр-моңға маһирҙар. Шуға миндә заттан килгән һәләт тип уйлайым. Атайым Хәйҙәр Хәкимйән улы баянда оҫта уйнаны, халыҡ йырҙарын матур башҡара ине. Мәктәптә, ауылда үткән концерттарҙа сығыш яһай башлағас, башҡалар минең йырлағанды оҡшатып ҡат-ҡат һорағас, йырсы булыу хыялы уянды. Ата-әсәйем дә был ниәтемә ҡаршы килмәне, алыҫ тип тормай Асҡар музыка мәктәбенә алып йөрөнө. Бишенсе кластан уҡытыусым Ринат Ҡорманаевтың вокал дәрестәрен алдым. Минең менән ныҡлы шөғөлләнгән, йырҙы таҙа, матур башҡарыу оҫталығына өйрәткән Ринат Булат улына рәхмәтлемен.
— Ә ниндәй йырҙар һиңә оҡшай? Йырсыларҙан кумирың кем?
— Халыҡ йырҙарын яратам. Азат Исҡужин һымаҡ ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға тигән өмөтөм бар. Абдулла Солтанов йәки Салауат Нәжметдинов кеүек билдәле йырсы булырға хыялланам. Вәхит Хызыровтың призына үткәрелгән район конкурсында «Әсәй, мине таңда уят әле» йыры менән беренсе урын яулауым әле лә хәтерҙә. Мин 11 йәшлек шуҡ малай — үҙем сәхнә образын уйлап, кепка, шаҡмаҡ күлдәк, ҡара салбар кейеп сыҡтым. Конкурста еңеүҙән ҡыуанысымдың сиге булманы. Шуға ошо йырҙы һаман яратып башҡарам, ул минең өсөн ҡәҙерле.
— Вилдан, 6-сы класта уҡыған сағыңда башыңа ҡатмарлы операциянан һуң күҙҙәрең күрмәй башлай. Был ҡаты һынауҙы еңергә үҙеңдә нисек көс таптың?
— Эйе, операциянан ҡайтҡас, миңә яңынан йәшәргә өйрәнергә тура килде. Сөнки яңы ғына төрлө төҫтәре менән балҡып торған донъя ҡапыл түңкәрелеп, ҡап-ҡараға әйләнде. Кәйефһеҙ саҡтарҙа үҙемдән-үҙе көйләй башлай инем. Йыр ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итте тиһәм һис арттырыу булмаҫ. Район мәҙәниәт йортонда йырсы Сәғит Хызыров менән шөғөлләнә башланыҡ, конкурстарға йөрөнөк. Шулай кире сәхнәгә сыҡтым. Республика йыр конкурстарында ҡатнашып ҡарарға батырсылыҡ иттем. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар араһында уҙған «Таланттар йондоҙлоғо» республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булдым. Абдулла Солтанов призына халыҡ йырҙарын башҡарыусылар республика конкурсында, Ғәли Хәмзин исемендәге йыр бәйгеһендә беренсе урындар яулауым иһә көс өҫтәне, ҡанат ҡуйҙы, үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы.
— Уҙған йыл ҙур еңеүҙәргә бай булды, һинең «йондоҙло сәғәт»ең һуҡты. Хатта шәхси концерттар ҡуйҙың.
— «Яҙғы һандуғас», «Оҙон көй» һәм «Ирәндек моңдары» башҡорт йыры конкурстарында еңеүҙәр яуланым. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Почет грамотаһы алыуым миңә оло ҡаҙаныш булды. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов сәхнә өсөн кейем бүләк итте. Уҙған йыл аҙағында район үҙәгендә концерт ҡуйҙым. Халыҡ йырҙарын башҡарыуымды, шулай уҡ уҡытыусым Ринат Ҡорманаев, бала саҡ дуҫым Ҡәҙриә Шаһыбалова менән дуэттарҙы тамашасы йылы ҡабул итте. Был оло эште атҡарыуҙа ярҙам иткәндәргә рәхмәт, әлеге ваҡытта райондың бер-ике ауылында концерт ҡуйырға ниәтләнәбеҙ. Әҙерлек, репитициялар бара.
— Концертта баянда ла уйнауың күптәр өсөн асыш булды...
— Атайым үҙе баянда оҫта уйнағас, мине лә өйрәтергә теләне. Шул саҡта уны тыңламағаныма үкенәм. Шуға, уның һүҙҙәрен аманат итеп, хыялын тормошҡа ашырырға булдым. Күҙҙәрем күрмәһә лә, бармаҡтарҙың һиҙеү көсө менән кәрәкле төймәләргә баҫам. Ҡурайҙа, синтезаторҙа уйнайым, ҡумыҙҙа өйрәнергә иҫәп бар. Дуҫым Айҙар Абдуллин баянда ла, гармунда ла бик оҫта уйнай, йырлай, уның менән дуэттарыбыҙҙы бик оҡшаттылар. Икебеҙҙе район үҙәгендә үткән сараларға саҡыралар, бик теләп ҡатнашабыҙ.
— Яҙмыш һиңә ҡарата аяуһыҙ, шулай ҙа һынмағаның, изге күңелле, алсаҡ һәм көслө булып ҡалыуың, тормошто яратыуың һоҡландыра. Яныңдағы кешеләргә рәхмәт һүҙҙәрең дә барҙыр.
—Иң тәүҙә, мин ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Мин операциянан һуң коляскала инем, аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалдылар. Күҙем күрмәһә лә, аяғымда баҫып йөрөйөм. Йәл, атайым был донъянан иртәрәк китте. Минең уңыштарым өсөн ҡыуаныр ине. Әсәйем, терәк-таянысым, һәр саҡ эргәмдә. Күрмәй ул тип ташлап ҡуймаған, һәр ваҡыт янымда булған яҡындарыма, дуҫтарыма рәхмәт. Сәхнәгә булған һөйөүҙө, йырларға ынтылышымды хуплап торған, минең менән бушлай шөғөлләнгән уҡытыусым Ринат Ҡорманаевҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Йырҙарымды алҡышлап ҡабул иткән тамашасыма мең рәхмәт, һеҙҙең ҡеүәтләүегеҙ, маҡтауығыҙ рәхәтләнеп йырлар өсөн көс, илһам бирә. Йыр минең өсөн йыуаныс, ҡыуаныс, тормошҡа ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә. Кешене өмөт йәшәтә, мин дә берәй ҡасан яҡты донъяны, ҡояш нурҙарын күрергә тигән хыялымды йөрәк түрендә йөрөтәм.
— Вилдан, ихлас һөйләшеүең өсөн рәхмәт. Йырҙарың һәр ваҡыт һиңә моңдаш, юлдаш булһын, бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын.
Динара САФИУЛЛИНА әңгәмәләште.