Әйткәндәй, улар «Осҡон» бүләк ит!» акцияһына ҡушылып, киләһе ярты йыллыҡҡа ауылдың иң ололарына гәзит яҙҙырҙы.
— Вадим Рәфҡәт улы, Ҡаҙмаш ауылы халҡы район этабында ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ауылда ошо юҫыҡта ниндәй профилактик саралар уҙғарыла?
— Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был хәрәкәт тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде был яуызлыҡҡа, еңеп булмай, тип, ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ битарафҡа әйләнәсәк. Эскән, көмөшкә һатҡан кешеләр әле лә бар. Уларҙың исемдәре, адрестары билдәле. Бөгөн йәмәғәт ойошмалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында рейдтар үткәрелә. Улар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Әлегә был йәһәттән аңлы рәүештә беҙҙең тарафтан әүҙем эш башҡарыла.
— Ҙур сараларға килгәндә...
— Иң беренсе Амангилде ауылы биләмәһенең Биксура буйында балалар өсөн һабантуй уҙғарылды. Майҙанда спорт ярыштары, йыр-бейеү конкурстары үтте. Сауҙа рәттәрендә лә күңелгә ятҡан уйынсыҡтар, тәм-том табырға була ине. Биш ауыл балаларына һәм килгән ҡунаҡтарға өс тирмә ҡоролдо, өҫтәлдәргә һый әҙерләнелде, ҡаҙан-ҡаҙан былау бешерелде. Балаларға төрлө конкурс, мастер-класс һәм бәйгеләр ойошторолдо. Ҡотлау өсөн эстрада йондоҙо МС Баш килде һәм күңелле йырҙары менән сәхнә түрен биҙәне. Һабантуйҙы беҙ йәш быуында милли уйындарға ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарҙыҡ. Ҡаҙмаш йылғаһының күперен ремонтлау өмәһе лә үтте. Ауылдың дөйөм эше һәм именлеге өсөн үҙ көсөн һәм оҫталығын йәлләмәгәндәргә рәхмәт. Тағы ла инициатив төркөм егеттәре менән «Берҙәм ауыл» проектын башлап ебәрҙек. Һуңғы йылдарҙа өмә менән эшләү йолаһы онотола башлағайны. Ауыл халҡы боронғо йоланы тергеҙеү маҡсаты менән үҙебеҙгә аҡса эшләү ниәте менән бура күтәрҙек. «Кросс нации» акцияһына әүҙем ҡушылып, беренсе урын яуланыҡ. Ололар көнөндә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар ГТО нормаларын тапшырҙы. Шулай уҡ хәҙер ауылда айыҡ туйҙар ҙа үтә башланы, был иһә икеләтә ҡыуаныслы күренеш. Милли йолалар ҙа онотолмай беҙҙә. Килен төшөрөү, ҡаҙ өмәләре даими рәүештә үткәрелеп килә.
— Республика әртистәрен йәлеп иткән, бик үҙенсәлекле аталған «Ҡымыҙ-пати» сараһы тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ.
— Сараның төп девизы «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» тип аталды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Йәштәр йылына арналды. Ул, ысынлап та, район эсендә генә түгел, республика кимәленә етте, сөнки Зилиә Бәхтиева, Тимур Рамаҙанов, Гөлсөм Бикбулатова кеүек билдәле сәхнә йондоҙҙарынан торған ҙур концерт ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтарға башҡортобоҙҙоң милли ризығы — ҡымыҙҙың төрҙәре, эсемлектең үҙенсәлектәре, уны һауыу, эшкәртеү, уның шифаһы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Рәсми өлөшөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, Ҡаҙмаш ауылының инициатив төркөмө «Айыҡ ауыл» конкурсының артабанғы пландары тураһында фекер алыштыҡ. Хәл ителәсәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштек, уларҙан сығыу юлдарын билдәләнек. «Ҡымыҙ пати»ҙа «Йыуаса фест» байрамы ла үткәрелде. Бында Ҡаҙмаш ауылынан ғына түгел, бөтә Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының бешергән йыуасалары байрамды биҙәне. Бөтәһе 89 килограмм йыуаса бешерелгән, сарала ҡатнашыусы бөтә халыҡ 369 литр ҡымыҙ менән һыйланған.
— Ә урындағы мәктәптә йәш быуынға айыҡ тормошто пропагандалаған ниндәй саралар уҙғарылды?
— «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә сентябрь айында Ҡаҙмаш урта мәктәбендә «Айыҡлыҡ аҙналығы»нда Амангилде ауылы мәсетенән Иршат Баймырҙин ярҙамында асыҡ дәрестәр үтте Балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә килеп сыҡты. Уҡыусылар сәләмәт тормош яҡлы матур, йөкмәткеле плакат төшөрөп тә һөйөндөрҙөләр. Был рәсем балаларҙың айыҡлыҡҡа ҡарата булған ҡарашын яҡты сағылдырҙы. Аҙналыҡтың һуңғы көнөндә йүгереү буйынса ярыш үткәрҙек. Балаларҙың артабан да спорт менән берлектә яҡты, бәхетле тормош алып бара-саҡтарына ҙур өмөт бағлайбыҙ.
— Төрлө ҡала-райондарҙан мәргәндәрҙе бер урынға туплаған уҡтан атыу бәйгеһе ни өсөн Бейеш батыр иҫтәлегенә арналды?
— Юҡҡа ғына мәргән уҡсыларҙы Биксура яланына йыйманыҡ һәм Бейеш иҫтәлегенә уҙғарманыҡ. Сөнки легендала һөйләнеүенсә, беҙҙең яҡта уҡтан оҫта атҡан ир-уҙаман йәшәгән. Ҡаҙаҡтар баҫып ингәндә лә ул үҙенең мәргәнлеге менән бик күп дошманды ҡырған, шуға ла уға «бик сура» тип ҡушамат таҡҡандар, йәғни беҙҙең телдә «бик мәргән» тигәнде аңлата. Тарихыбыҙға күҙ һалғанда, Бейеш батырҙы эҙәрлекләүҙәре арҡаһында Амангилде, Әбделғәзе, Хәмит яҡтарында төйәк итеүе мәғлүм. Ошоларҙы балаларға беҙ еткерергә тейешбеҙ. Был сарала мәктәп уҡыусылары ҡатнашыуы ла мәртәбәле булды. Уларҙа ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ хисе тыуҙырыу йәһәтенән үткәрелде. Ярышта райондан ғына түгел, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Белорет, Ауырғазы, Учалы һәм башҡа яҡын-тирәлә ятҡан райондарҙан көллөһө 50-гә яҡын кеше ҡатнашты.
— Иман бар ерҙә әҙәп, сәләмәт тормош бар, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
— Тулыһынса килешәм. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүҙә иман йортоноң роле ҙур. Һуңғы ваҡытта дин юлына баҫыусылар арта. Бигерәк тә йәштәр иманға тартыла, мәсеткә йөрөй. Был бик һөйөнөслө күренеш. Ауылда дин көслө. Халыҡ ҙур теләк менән мәсеткә йөрөй. Ауылда «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», дини байрамдар ҙур әҙерлек менән үтә, тыуған яҡ тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ҡөрьән аяттарын яттан уҡыусылар ярыштарын ойоштороу ҙа йолаға әйләнде. Был сара сүрәләр ятлау, ғәрәп телендә уҡыу һәм яҙыуҙы ла үҙ эсенә ала. Халыҡ өмәләр үткәрә, йылға-күлдәрҙе таҙарта, шишмәләрҙе төҙөкләндерә, йәштәргә матур өлгө күрһәтә. Конкурста ҡатнашыу сиктәрендә быйыл Биксура яланында мул табын әҙерләп, урындағы халыҡты Ҡорбан ғәйетенә лә йыйҙыҡ.
— Белеүебеҙсә, ҡаҙмаштар махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙгә даими ярҙам итә. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам өҙлөкһөҙ бара. Август айында халыҡтан йыйылған сумманы биш тигеҙ өлөшкә бүлеп, биләмәгә ҡараған биш ауылға таратып бирҙек һәм маскировкалау селтәрҙәр үрергә ҡуштыҡ. Селтәрҙәр өсөн туҡыманың еңелен, һыуланмай, таушалмай торғанын һатып алдыҡ. Ҡаҙмаш ауылының клуб мөдире Әҡлимә Ғәбитова ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын маскировкалау селтәр үрергә әйҙүкләгәс тә, иң әүҙемдәре көн дә мәҙәниәт йортона килеп, изге эшкә үҙ өлөшөн индерә башланы. Ә селтәрҙе үреү өсөн каркаслы станокты ауылдың старостаһы Айтуған Абдуллин эшләп бирҙе. Былтыр алғы һыҙыҡҡа ике күсмә мунса ебәрҙек. Күптән түгел тағы ла берәүһен тамамлап, гуманитар ылау менән Луганск, Донецк өлкәләренә барып ҡайттыҡ. Яугирҙәргә күсмә мунса ғына түгел, йылы кейем, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барҙыҡ, Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусылары исеменән өсмөйөшлө хаттар тапшырҙыҡ. Ауыл халҡы менән 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙыҡ. Һәр кемгә хеҙмәте, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Махсус хәрби операция башланыу менән яугир әсәләренә ихтирам һәм хөрмәт артты, Әсәйҙәр көнө алдынан яугир әсәләрен сәй табынына йыйҙыҡ. Әсәйҙәрҙе борсоған һорауҙар һәм мәсьәләләр яңғыраны, уларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Гуманитар ылау менән барыусылар ҙа телмәр тотто, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Сәләмәт, айыҡ йәшәүҙе тормош девизы итеп алған йәштәрегеҙ күп, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Әлбиттә, ғорурланып әйтә алабыҙ. Ауылда иманлы, татыу, уңған, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, күп бала табып, уларҙы иманлы, рухлы, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләүе үтә лә һөйөнөслө. Хәҙер бергәләп улар мәсеткә йөрөй, мәктәптә үткән сараларҙа ҡатнаша. Шулай ауылдарға ҡот, иман ҡайта, шуға күңел һөйөнә.
— Бәйгелә ҡатнашыуҙан ниндәй һөҙөмтәләр көтәһегеҙ?
— «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу бер аҙ һүрелә төшкән йәмәғәт эштәрен йәнләндерҙе, һөҙөмтәһе лә тосораҡ булыр, тип уйлайым, сөнки конкурстың финанс яғынан нығытылыуы. Хөкүмәт тарафынан контролгә алыныуы һәм ошо эшкә янып, ҙур дәрт һәм яңы тәҡдимдәр менән тотонған ауылдаштарымдың күп булыуын күрәм. Айыҡ тормош алып барыу йәһәтенән урындағы ағинәйҙәр менән аҡһаҡалдар ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Тағы ла «Айыҡ ауыл» конкурсы урындағы үҙидара органдарының халыҡ араһында эскелек кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегендә ыңғай тәжрибәне асыҡларға һәм дөйөмләштерергә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм. Ҡаҙмашта айыҡлыҡ йәшәү рәүешенә әүерелһен ине тигән теләктә ҡалам.
— «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләп тә, баҙнат итмәгәндәргә нимә әйтер инегеҙ?
— Һәр саҡ оптимистик рухта булырға кәңәш ителә. Ҡасан да булһа, ниндәй ҙә булһа яңы эшкә тотонғанда ла барыбер ҙә беренсе аҙымды яһарға кәрәк. Шуға күрә, ваҡытты бушҡа һуҙғансы, бөгөн үк ошо бер аҙымды яһап ҡуйыу яҡшыраҡ. Хатта республика кимәлендә еңеү яулай алмағанда ла, әгәр ошо эштән ҡәнәғәтлек алаһың икән, был да үҙенә күрә бер еңеү.
— Вадим Рәфҡәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә республика этабында уңыштар юлдаш булһын!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.