

Былтыр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең юғары баш командующийы В. В. Путин һәм Оборона министры А. Р. Белоусовтың ҡарары менән айырым пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәре булдырылды. Сәбәбе — «ут контакттарының», йәғни ут ҡоралы ҡулланып алышыуҙың 80 проценты дрондарға тура килеүе. Яңы ғәскәрҙә хеҙмәт итеү юғары баһалана, ундағы яугирҙәргә айырым әһәмиәт бирелә, элиталы подразделениеларҙа урындар сикле.
— Самат Йәүҙәт улы, яңы төр ғәс-кәрҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләгеҙ әле...
— Контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәт шарттары башҡа ғәскәрҙәргә ҡарағанда өҫтөнлөклө. Сөнки улар фронт һыҙығында түгел, ә хәүефһеҙерәк урындан эш итәсәктәр. Контрактты сикләнгән ваҡытҡа төҙөйҙәр (1 йылдан алып) һәм һалдаттың теләге булмайынса контракт мөҙҙәте оҙайтылмай һәм уларҙы икенсе хәрби һөнәрҙәргә күсереү тыйыла.
— Ишетеүебеҙсә студенттар ҙа контракт төҙөй ала?
— Эйе, контракт төҙөгән юғары уҡыу йорттары студенттарына академик отпуск алыу хоҡуғы бирелә. Хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, улар түләүле бүлектән бюджетҡа күсергә мөмкин. Ундай студенттарға республиканан 500 мең һум күләмендә түләм ҡаралған.
— Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә кемдәр хеҙмәт итә ала?
— Талап буйынса тик ир-аттар ғына ҡабул ителә. Быға тиклем булған хәрби һөнәре әһәмиәтле түгел, бөтөнләй хеҙмәт итмәгән булыуы ла мөмкин. FPV-дрон операторҙары өсөн 18 - 35 йәш, ҡалған белгестәргә — 18 - 45 йәш ҡаралған. 9 класс белем менән дә ҡабул итәбеҙ. Ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылмаған булыу, һәр осраҡта ҡарар шәхсән рәүештә ҡабул ителә. Геймерҙар, йәғни компьютер уйындарында рәт белгән, шулай уҡ дрондар менән идара итеү тәжрибәһенә эйә кешеләргә өҫтөнлөк бирелә. Әммә быныһы шарт түгел, сөнки контракт төҙөүселәр башта махсус урындарҙа хәрби уҡыуҙар үтәсәк, улар Елань һәм Сыбаргүл ҡалаларына ебәреләсәк. Тәжрибәле инструкторҙар дрондар менән идара итергә лә, ремонтларға ла, уларҙы көйләргә лә өйрәтәсәктәр. Уҡыу программаһында — компьютер селтәрҙәре, радиоэлемтә, топография, инженерия һәм башҡа йүнәлештәр ҙә ҡаралған. Курсты тамамлағандан һуң яңы хәрби-иҫәп тәғәйенләнеше тураһында таныҡлыҡ бирелә.
— Беҙҙең райондан ПОС ғәскәрҙәрендә нисә кеше хеҙмәт итә?
— Әлегә 1 кеше иҫәпләнә, ул быйылғы йылдың 9 ғинуарынан хеҙмәт итә. Тағы ла ике кеше ҡыҙыҡһынды.
— Контракт төҙөүселәргә күпме эш хаҡы һәм түләмдәр ҡаралған?
— Бындай контракт төҙөүселәргә 1,4 миллион һум бирелә (район ҡаҙнаһынан айырым өҫтәмә түләү ҙә күҙ уңында тотола), ә аҙағынан ай һайын кәмендә 210 мең һум эш хаҡы түләнә. Эш хаҡы хәрби дәрәжә, вазифа, хеҙмәт итеү мөҙҙәтенә ҡарап арта бара.
Быларҙан тыш, дошман сәптәрен ҡыйратҡан өсөн 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡаралған бөтә ташламалар менән файҙалана алалар, шул иҫәптән Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә индерелгән льготалар менән.
— Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
— Әбйәлил районы буйынса хәрби комиссариатҡа (Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, телефон: 8-932-200-09-50), «Госуслуги» порталы аша ғариза бирергә мөмкин. Ошо юлдарҙың ҡайһыһы аша эш иткәндә лә, үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булған осраҡта), белем тураһында документ һәм никах, балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булған осраҡта) алырға кәрәк.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.