

Ошо уңайҙан район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Р. Л. Аҡсурин менән предприятие тарафынан башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Ринат Лотфулла улы, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө күпселек кешеләр өсөн был ял көнө генә, әммә Һеҙҙең һәм коллегаларығыҙ өсөн был — сираттағы ҡатмарлы миҙгелгә йомғаҡ яһау. Һеҙҙең предприятие өсөн был йыл ниндәй булды?
— Белеүегеҙсә, хәҙер Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш участкаһына Бөрйән участкаһы ла инә. Шулай итеп, берләштерелгән беҙҙең участкаға 2026 йылға 810700 мең һумлыҡ эш башҡарыу йөкмәтелгәйне. Шуның 492494 мең һумлыҡ күләмен әбйәлилдәр, 318239 мең һумлыҡ эште бөрйәндәр башҡарырға тейеш. Был суммала, атап әйткәндә, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы тәртиптә тотоуға 303312 мең һум, урындағы әһәмиәтле юлдарға 73032 мең һум, автомобиль юлдарын йүнәтеүгә 375512 мең һум, Яҡтыкүлгә инеү юлын реконструкциялауға 40609 мең һум ҡаралған. Бөгөнгә иһә Красная Башкирия – Покровка юлында 3 саҡрым юлды йүнәтеп файҙаланыуға тапшырҙыҡ та инде. Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында ике участкала эш алып барылды: бында 3 һәм 4 саҡрым ремонтланды.
— Бөгөн ниндәй объекттарҙа эштәр алып барыла?
— Юлсыларҙың бер бригадаһы Яҡтыкүлгә инеүҙең урау юлында эшләй. Был муниципаль объекттың күләме — 40609 мең һум, киләһе йыл юлды файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Мастерҙар Нуриман Ихсанов, Ирәмән Әхтәмов бригадалары быйылға билдәләнгән күләмде йыл аҙағына башҡарып сығыу ниәте менән тырышып эшләй. Ә Салауат Хәлитов етәкселек иткән бригада Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының Билал – Таһир участкаһында 91 миллион һумлыҡ эш күләмен башҡарыуға тотонған. Бында юлсылар асфальттың иҫкергән ҡатламын яңыртыу менән мәшғүл. Был объектты ошо йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Әйтеп үтелгән объекттарҙа эштәр йылдам бара, тимәк, улар ваҡытында сафҡа инәсәк тип әйтә алам.
— Юлдарҙы ремонтлау эшендә асфальт-бетон сеймал иң әһәмиәтлеһе. Һеҙҙең предприятие башҡарған ҙур эш күләменә Асҡар АБЗ-һы сеймал менән тәьмин итеп өлгөрәме?
— Беҙҙең ҡарамаҡтағы асфальт-бетон заводына йыл дауамында 18 мең тонна асфальт етештереү планы ҡуйылған һәм йыл аҙағына Азамат Һибәтуллин етәкселек иткән завод коллективы планды тулыһынса үтәйәсәгенә шик юҡ. Аныҡлап әйткәндә, АБЗ беҙҙең эш күләменә етерлек сеймал менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуймай. Тик шуныһы: Ишкилде ауылы янындағы идаралыҡтың таш онтау заводында таш сығарылмай. Шуға күрә АБЗ-ға сеймалды, йәғни ташты Абҙаҡ карьерында сығарып ташырға мәжбүрбеҙ. Быға тиклем өс мең тонна ташты Агаповка районы карьерынан сығарғайныҡ.
— Ташты алыҫтан ташыуға техника ла күберәк кәрәктер...
— Техника паркына зарланырлыҡ түгел. Һуңғы бер-нисә йылда технопарк яңы трактор-машина менән тулыланмаһа ла, планлаштырылған эштәрҙе башҡарыуға ҡеүәтле техника етерлек һәм ул һынатмай. Әлбиттә, өс йыл элек КамАЗ машинаһы, ауыр грейдер алғайныҡ, ҡалған КамАЗ-дар ҙа әллә ни иҫке түгел, улар 8-10 йыл файҙаланыуҙа. Оҙаҡ йылдар ҡулланыуҙа булған техниканың һәр саҡ сафта булыуы уларҙы йөрөткән водитель-тракторсыларҙың намыҫлы эшенә туранан-тура бәйле. Бай тәжрибәгә эйә уңған эшсәндәр үҙҙәренә беркетелгән техниканы ваҡытында ҡарап, көйләп торалар, шуға ла трактор-машиналарыбыҙ боҙолоуһыҙ эшләй.
–Эйе, һәр эштең уңышын кадрҙар хәл итә, Һеҙҙә был тәңгәлдә эштәр нисек тора?
– Әлбиттә, коллективҡа йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы күренеш, сөнки нисек кенә итһәң дә ваҡыт үтә килә ололар пенсия йәшенә етә, уларҙы алмаштырған йәштәр булырға тейеш. Беҙҙә 20-30-ар йыл ғүмерен юл хеҙмәтенә биргән кешеләр бар. Улар йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыр, белгәндәрен өйрәтер ине. Тик беҙҙә эш еңелдән түгел, йәйгеһен ҡыҙыу миҙгелдә көндө төнгә ялғап эшләргә кәрәк, ә ҡыш буран булһа, көслө ҡар яуа ҡалһа, тәүлектең ниндәй мәле булыуға ҡарамаҫтан шунда уҡ техникалар юл таҙартыуға сыға. Шуға ла йәштәр аҙ ғына эшләйҙәр ҙә, ауырлыҡтарға түҙмәй, китеү яғын ҡарайҙар. Бына әле күптән түгел юл мастеры булып эш башлаған Арсен Ишбаев эшләп китер тип ышанабыҙ, коллектив та яратып өлгөрҙө уңған, тырыш егетте.
— Ҡыш етеүгә лә күп ҡалманы. Юл хужалығының техникаһы ҡар яуыуға, бурандарға, боҙлауыҡҡа әҙерме?
— Юлсыларға һәр саҡта ла талап бер – көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан һәр тарафҡа юл асыҡ булырға тейеш. Шуға күрә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға билдәләнгән өс автогрейдер, ике Т-150 тракторы, 4 МТЗ тракторы, роторлы ике ҡар таҙартҡыс, йәмғеһе был тәңгәлдә 11 берәмек КДМ әҙер.
— Юлсыларҙың эше барыһының да күҙ алдында. Көслө ҡар яуа башлаһа, йә буран күтәрелһә, халыҡ шунда уҡ техниканың урамға нисек тиҙ сығыуына иғтибар итә...
— Был беҙҙең һөнәрҙең үҙенсәлеге. Әгәр беҙ яҡшы эшләйбеҙ икән, беҙҙе күрмәйҙәр. Кешеләр шыма асфальт буйлап йөрөй, һанһыҙ-иҫәпһеҙ үткән машина тәгәрмәстәре өсөн юл тигеҙ, таҙа икән — был уңайлыҡтарға күпме көс һалыныуы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Беҙҙең эш — проектлаусыларҙан һәм механизаторҙарҙан алып ҡатмарлы техника операторҙарына һәм водителдәргә тиклем йөҙләгән белгестәрҙең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Беҙ ҡатмарлы климат һәм техник шарттарҙа эшләйбеҙ, һәм бында ысын батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ кәрәк. Асфальттың шымалығынан алып ҡарҙы ваҡытында таҙартыуға тиклем былар барыһы ла һәр кешенең уңайлылығына һәм хәүефһеҙлегенә туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәрендә юлсылар юл ситендәге үләндәрҙе саба, сүп-сарҙан таҙарта, юлдарҙағы ҡоролмаларҙы буяй. Ҡышҡы осорҙа юлдарҙы һәм юл ситтәрен ҡарҙан таҙартыу, боҙлауыҡҡа ҡаршы матдәләр һибеү ҙә улар иңендә. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡарған бар эштәребеҙ халыҡ мәнфәғәтендә, кешеләргә юл йөрөүгә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
— Киләһе йылда ниндәй тарафтарҙа юлдарҙың яҡшырыуы күҙаллана?
— Йыл аҙағына 2027 йылда башҡарыласаҡ эш күләме билдәле буласаҡ. Әлбиттә, аукциондарҙа ҡатнашып, еңеп сығырға тырышасаҡбыҙ. Планда — Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының Рысҡужа ауылы янында, Асҡарға инеү юлы, Дәүләт – Әлмөхәмәт, Айғырбатҡандан Ишҡол йүнәлешендә юлдарҙы тәртипкә килтереү ҡаралған.
— Коллективҡа, коллегаларығыҙға һөнәри байрам уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Һәр кемгә — инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙән алып ябай эшсегә тиклем барыһына ла халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Хеҙмәттәштәремә ныҡлы сәләмәтлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйем. Техника бер ҡасан да һынатмаһын, юлдар хәүефһеҙ булһын.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Лотфулла улы. Һөнәри байрамығыҙ менән «Осҡон» гәзите уҡыусылары исеменән ҡотлайбыҙ, Һеҙгә һәм юлсыларға иң изге теләктәрҙә ҡалабыҙ.