Шәмбе, 11 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә һәм көндөҙ 0, +5° күрһәтәсәк. Йәкшәмбе, 12 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ 0, +5°.