-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Февраль , 09:15

Көндәр һыуыуы көтөлә

Ҡар күп яуғандан һуң алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һиҙелерлек һыуыта, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары.

Көндәр һыуыуы көтөлә
Көндәр һыуыуы көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы -8, -13 градус.

Шәмбе, 10 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фараз ителә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16, -21 градус, аяҙытҡанда -26-ға тиклем. Көндөҙ -12, -17 градус.

Йәкшәмбе, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -22, -27 градус, аяҙытҡанда -32 градусҡа тиклем. Көндөҙ -12, -17 градус.

Башинформ алдан хәбәр иткәнсә, һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында республикала элеккесә яҡынса 30 автомобиль юлы участкаһында хәрәкәт сикләнгән.

Автор:Абзелиловский информационный центр Филиал
Читайте нас: